Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОВ Василий Михайлович

Просмотров: 834

БЕЛОВ Василий Михайлович (5.1.1925, Мәскәү губ. Строкино а. — 15.4.1993, Мәскәү өлк. Дубки а.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941—42 йй. Боҙаяҙ районы Подлуб а. эшләй. 1943 й. алып Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 10‑сы танк корпусының 11‑се мотоуҡсылар бригадаһы телефонсыһы рядовой Б. 1943 й. 24 сент. Украина ССР‑ы Ржищев ҡасабаһы эргәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы, дошман уты аҫтында элемтә линияһы үткәргәне һәм бәйләнеште тергеҙгәне өсөн (тәүлегенә 25 тапҡыр) лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Мәскәү өлк. эшләй. Ленин (1943), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Б. исеме Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а. урамға бирелгән; Раменское ҡ. Геройҙар аллеяһында уға хәтер таҡтаһы ҡуйылған.

Әҙәб.: Колядин Ф. След на земле //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова, Е.А.Смирнов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019