Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОВ Георгий Андреевич

Просмотров: 802

БЕЛОВ Георгий Андреевич (ысын исеме Виттенкопф Ганс Альфредович; 22.4.1881 — ?), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Генерал‑майор (1918). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Генераль штабтың Николай академияһын тамамлаған (Санкт‑Петербург). 1918 й. июнь— ноябрендә Себер армияһы штабы, 1919 й. февраленән 5‑се Стәрлетамаҡ армия йыйылма корпусы штабы начальннигы, марттан — Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө, май—сентябрҙә Көньяҡ армия командующийы. 1921 й. алып Ҡытайҙа, артабан Францияла йәшәй. 3‑сө дәрәжә ҡылыслы (1919), 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1915) Изге Владимир, 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1915), 3‑сө дәрәжә (1912) ҡылыслы һәм бантлы (1916) һәм 4‑се дәрәжә (1907) Изге Анна, 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1915) һәм 3‑сө дәрәжә (1907) Изге Станислав ордендары менән бүләкләнгән.

  Әҙәб.: Сахаров К.В. Белая Сибирь. Мюнхен, 1923; Клавинг В.В. Гражданская война в России: Белые армии. М.—СПб., 2003.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.10.2022