Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРАЖДАНДАР ҺУҒЫШЫ

Просмотров: 3214

ГРАЖДАНДАР ҺУҒЫШЫ, 1917—22 йй. Рәсәйҙә була, башланыуына Беренсе донъя һуғышы һәм революция (1917) сәбәпсе була. Башҡортостанда Г.һ. үҙенсәлектәре Башҡорт милли хәрәкәтенең, ҡаҙаҡ һәм татар милли хәрәкәттәренең, Ырымбур һәм Урал казактарының әүҙемлегенә бәйле була. Көньяҡ Уралда Г.һ. Ырымбур губернаһы б‑са Ваҡытлы хөкүмәт комиссары Н.В.Архангельскийҙың, Ырымбур казак ғәскәре хөкүмәте рәйесе полк. А.И.Дутовтың Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолатыуҙың законһыҙлығы, Бөтә Рәсәй ҮБК һәм Рәсәй респ. ХКС‑ы власына буйһонмауы т‑да белдереүҙәренән һуң (ярашлы рәүештә 1917 й. 26 һәм 27 окт.) башлана. 14 нояб. кисендә Каруанһарай бинаһында Петроградтан килгән Рәсәй респ. ХКС‑ының Ырымбур губ. б‑са комиссары С.М.Цвиллингтың Ырымбур эшсе һәм һалдат депутаттары советы, полк һәм рота ком‑ттары вәкилдәре ултырышында сығышынан һуң губернала властың  Бөтә Рәсәй ҮБК‑на һәм Рәсәй респ. ХКС‑на буйһонған Ырымбур губерна хәрби-революцион комитетына бирелеүе т‑да иғлан ителә. Дутов бойороғо б‑са Каруанһарай ҡамап алына, 15 нояб. ултырышта ҡатнашыусылар ҡулға алына (32 большевик төрмәгә ябыла, 12 дек. ҡасалар).

16 нояб. Ырымбур ҡ. Башҡорт мәркәз шураһының Каруанһарайҙа бер көн алда ҡул ҡуйылған Башҡортостан автономияһын иғлан итеүсе 2‑се фарманы (ҡара: Фармандар №1 һәм №2) баҫылып сыға (был ҡарар Ырымбур мосолман хәрби-революцион комитеты һәм мосолман хәрби шураһы тәҡдиме б‑са Архангельский тарафынан кире ҡағыла). Рәсәй совет хөкүмәте м‑н ҡаршылыҡ булыуға ҡарамаҫтан, 26—28 нояб. Ырымбур губ. Архангельский һәм Дутов күҙәтеүе аҫтында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына демократик һайлауҙар үткәрелә, һайланыусылар араһында большевиктар ҙа була. Ырымбурҙа 2‑се Ҡырғыҙ съезы (5—13 дек.) һәм 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы (8—20 дек.) үтә, улар авт. Алаш-Урҙаның һәм Башҡортостандың (Бәләкәй Башҡортостандың) дәүләт төҙөлөшөнә санкция бирә, Алаш-Урҙа һәм Башҡорт хөкүмәтен ойоштора. Дек., Ырымбурҙан тыш, Верхнеурал һәм Троицк ҡҡ. Дутов буйһоноуында була; Рәсәйҙең Европа өлөшө, Себер һәм Урта Азия м‑н Ырымбур аша т. юл бәйләнеше өҙөлә. Рәсәй респ. ХКС Ырымбур губ. һәм Турғай өлкәһе б‑са ғәҙәттән тыш комиссар П.А.Кобозевҡа Дутов сығышын баҫтырыуға етәкселекте йөкмәтә. Казактарға ҡаршы көрәшкә 17‑се Себер пехота полкы һалдаттарынан һәм Петроградтан Балтик флоты моряктарынан торған Төньяҡ сапҡын отряды (мичман С.Д.Павлов етәкс.), Екатеринбургтан (Т.З.Ермаков), Пермдән (А.Л.Борчанинов), Һамарҙан (А.П.Галактионов, В.К.Блюхер) һ.б. ҡалаларҙан Ҡыҙыл гвардия отрядтары, ш. уҡ Өфөнән Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары йүнәлтелә.

23 дек. Ырымбур казак ғәскәренә ҡаршы һуғыш хәрәкәттәре башлана. 1918 й. 16 ғин. Ырымбур өйәҙе Ҡарғалы а. янында дутовсылар еңелә, 18 ғин. революцион отрядтар баш күтәреүсе эшселәр ярҙамында Ырымбурҙы ала. Дутов ғәскәрҙәре Верхнеурал өйәҙенә сигенә. 17 февр. Башҡ. хөкүмәтенең ҡалала ҡалған бүлек мөдирҙәре һәм башында Ә.Ә.Вәлидов торған Башҡ. мәркәз шураһының бер нисә ағзаһы, Дутовҡа ярҙам итеүҙә ғәйепләнеп, Ырымбур ХРК рәйесе Цвиллинг бойороғо б‑са ҡулға алына; Башҡ. хөкүмәте вәкәләттәрен Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы үҙ өҫтөнә ала (май башында эшмәкәрлеген туҡтата). Ҡыҙылгвардеецтарҙың Орск өйәҙендә 1‑се Башҡ. полкын туҙҙырыуы һәм күренекле башҡ. лидерҙарын аттырыу (ҡара: Баймаҡта Башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу) башҡорттарҙың советтарға ҡаршы мөнәсәбәтен тағы ла көсәйтеп, партизанлыҡ хәрәкәтенең үҫеүенә килтерә. Мартта башҡ. һәм казак отрядтары Ырымбурға йүнәлә. 4 апр. казактар һәм башҡорттар Ырымбурға һөжүм иткән ваҡытта Башҡ. хөкүмәте һәм Башҡ. мәркәз шураһы ағзалары төрмәнән азат ителә һәм ҡаланы ташлап сыға. Апр. уртаһына Блюхер етәкселек иткән совет отрядтары дутовсыларҙы Турғай өлк. далаларына ҡыҫырыҡлап сығара. Мартта Бөрө өйәҙендә Борай ихтилалы баҫтырыла. Йәйгә табан Уралда совет ҡораллы көстәре ҡаршы яҡҡа ҡарағанда һан яғынан күберәк һәм яҡшыраҡ ҡоралланған була: Урта һәм Көнбайыш Уралда 20 меңгә яҡын яугир, 30 орудие, 300‑ҙән ашыу пулемёт була; Өфө губернаһының ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларында 20 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, Ырымбур тирәһендә 10 меңгә яҡын яугир хәрәкәт итә. Ләкин дисциплинаның булмауы, дезертирлыҡ, ойошторолған частарҙың һуғышҡа һәләтлеге түбән булыуы совет ғәскәрҙәренең йомшаҡ яғы була. Таратылған рус армияһының РККА‑ға йәлеп ителгән байтаҡ офицерҙары Г.һ. барышында ҡаршы яҡҡа сыға. РСФСР ХКС‑ы тарафынан Рәсәйҙең Беренсе донъя һуғышындағы дошмандары м‑н Брест-Литовск сепарат килешеүен төҙөү (1918 й. 3 марты) буржуазия, интеллигенция һәм хәрбиҙәрҙең  ризаһыҙлығын тыуҙыра, Г.һ. киңәйеүенә һәм илдең халыҡ-ара хәленең ҡатмарлашыуына алып килә. Яҙын күп ҡалаларҙа оппозицияла торған партиялар һәм хәрәкәт вәкилдәренән, офицерҙарҙан торған большевиктарға ҡаршы йәшерен төркөмдәр ойоша. Мартта Бөтә Рәсәй ҮБК‑на һәм РСФСР ХКС‑ына Урал казак ғәскәре ҡаршы сыға. 20 майҙа Силәбе ҡ. Чехословак айырым корпусы командованиеһының Англия һәм Франция хәрби миссиялары вәкилдәре м‑н кәңәшмәһендә Волга буйынан Владивосток ҡ. тиклем арауыҡта т. юл ст. контроль урынлаштырыу планы ҡабул ителә. Чехословак айырым корпусының сығышы (25 майҙа башлана) халыҡтың байтаҡ өлөшөндә яҡлау табып, Көньяҡ Уралда Һамар—Златоуст т. юлы буйында урынлашҡан ҡалаларҙа совет власын ҡолатыуға алып килә. Баш күтәреүселәр отрядтары, чехословак частары Силәбене (27 майға ҡаршы төндә), Златоуст ҡ. (25 июндә) һәм Өфөнө (5 июль) баҫып ала. Өфөнән сигенгәндә большевиктар бер нисә тиҫтә заложник ала (уларҙың ҡайһылары атыла), быға яуап итеп Өфө ҡала думаһы ваҡытлы комитеты ҡарары б‑са, ҡасҡан совет хеҙм‑рҙәре ғаиләләренән контрзаложниктар алына. Июндә Силәбелә Башҡ. хөкүмәте эшмәкәрлеген яңырта һәм Башҡорт ғәскәрен төҙөй башлай. Демобилизацияланған казактар м‑н тулыландырылып, июндә яңы һөжүм башлаған Дутов етәкс. Ырымбур казак ғәскәре частары Ырымбурға үҙ власын (3 июлдә) һәм Ташкент т. юлының төньяҡ өлөшөнә контроль урынлаштыра. Өфө губ. аша Ырымбурҙан төньяҡҡа бәреп сыҡҡан Блюхер, И.Д.Каширин һәм Н.Д.Каширин етәкселек иткән совет ғәскәрҙәре казак, крәҫтиән отрядтары, Чехословак айырым корпусы һәм Башҡ. ғәскәре (ҡара: Йыйылма Урал отряды походы) һөжүменә эләгә. Башҡ. ғәскәренең 1‑се һәм 2‑се Башҡ. пехота полктары ҡатнашлығында Екатеринбург ҡ. баҫып алына (25 июль; ҡаланы алыу алдынан 17 июлдә большевиктар тарафынан элекке император Николай II һәм уның ғаиләһе атып үлтерелә; ҡара: Романовтар), 5‑се башҡ. пехота һәм 1‑се кавалерия полктары, ш. уҡ Башҡорт ирекле отрядтары Верхнеурал эргәһендә һуғыштар алып бара (июль—авг.), 1‑се һәм 4‑се Башҡ. пехота полктары Орск ҡ. ҡамау (июль—сент.) һәм алыуҙа (27, 28 сент.) ҡатнаша. Халыҡ армияһы һәм Себер армияһы частары РККА ғәскәрҙәрен Волга аръяғына сигенергә мәжбүр итә, Ҡазанда Рәсәй алтын запасының (көҙөн — Өфөгә, артабан Омск ҡ. күсерелә) яртыһын ҡулға төшөрә, Мәскәүгә һөжүм итеүҙе планлаштыра. Совет власынан азат итеү барышында Көньяҡ Уралда Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (Комуч; рәйесе В.К.Вольский) власы урынлаша, ул Өфө губ. б‑са — В.П.Гиневскийҙы, Ырымбур губ. һәм Турғай өлк. б‑са Дутовты үҙенең вәкиле итеп тәғәйенләй. Июндә Башҡ. хөкүмәте һәм Алаш-Урҙа, Ырымбур һәм Урал казак ғәскәре хөкүмәттәре үҙ эшмәкәрлеген яңынан башлай. Ваҡытлы Себер хөкүмәте һәм Урал ваҡытлы өлкә хөкүмәте Урал аръяғын контролдә тота. Алдан үткәрелгән дәүләт кәңәшмәләренән һуң (Силәбе, авг. аҙағы) 8—23 сент. Өфө дәүләт кәңәшмәһе булып үтә, унда Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте төҙөлә (рәйесе Н.Д.Авксентьев), берҙәм ҡораллы көстәр — Рәсәй армияһы ойошторола (Юғары баш командующийы ген.‑лейт. В.Г.Болдырев). Башҡ. хөкүмәте һ.б. урындағы хөкүмәттәр кәңәшмәнең уларҙы таратыу кәрәклеге т‑дағы ҡарарына буйһоноуҙан баш тарта. Комуч формаль яҡтан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары съезына һәм Комуч ведомстволарына идара итеүселәр советына (Өфө) әүерелә, был иһә РСФСР‑ға ҡаршы хәрәкәттәрҙең берҙәмлегенә кире йоғонто яһай. Окт.—нояб. 2‑се, 4‑се, 5‑се Башҡ. пехота һәм 2‑се Башҡ. кавалерия полктары РККА частарына ҡаршы Аҡтүбә йүнәлешендә хәрәкәт итә. 1918 й. йәйендә һәм көҙөндә Республика Реввоенсоветы (сент. тиклем Юғары хәрби совет; рәйесе Л.Д.Троцкий) РККА‑ның регуляр берләшмәләрен төҙөй. 13 июндә РККА‑ның Көнсығыш фронты ойошторола. Көньяҡ Уралға килгән РККА Юғары хәрби инспекцияһы рәйесе Н.И.Подвойский инициативаһы м‑н 14 июндә оператив яҡтан Көнсығыш фронтҡа буйһонған Төньяҡ Урал-Себер фронты ойошторола (20 июлдә 3‑сө армия итеп үҙгәртелә). Көҙөн РККА‑ның Көнсығыш фронты ғәскәрҙәре ҡаршы һөжүмгә күсә һәм Бөгөлмә (16 окт.), Минзәлә (18 окт.), Боғорослан (23 окт.), Бәләбәй (10 нояб.), Стәрлетамаҡ (19 дек.), Өфө (1918 й. 31 дек.), Бөрө (1919 й. 9 ғин.), Ырымбур (22 ғин.), Уральск (24 ғин.), Орск (22 февр.) ҡҡ. ала. 1918 й. 18 нояб. Омскиҙа Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен ҡолатыу, Рәсәй Дәүләтенең юғары идара итеүсеһе һәм Рус армияһының Юғары баш командующийы адмирал  А.В.Колчактың Бөйөк берҙәм Рәсәйҙе аяҡҡа баҫтырыуға алған курсы Уралда Дутов м-н М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев тарафынан яҡлана, ә Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары съезы, Алаш-Урҙа хөкүмәте һәм Башҡ. хөкүмәте тарафынан тәнҡитләнә. Дутовты ҡулға алыу уңышһыҙ килеп сыҡҡандан һуң (Ырымбур, 4 дек.), Башҡ. хөкүмәте Орск өйәҙенә күсеп, фронт һыҙығы аръяғына Башҡ. ғәскәрҙәренең РККА яғына сығыуы т‑да һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн эмиссарҙар ебәрә, күсеү 1919 й. февр.—мартында була. Бәләкәй Башҡортостанда власть Башҡортостан хәрби-революцион комитетына тапшырыла. 20 мартта “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә ҡул ҡуйыла. Ғин. Өфөлә (йәшерен рәүештә) һәм февр. Мәскәүҙә “Халыҡ” төркөмө ағзалары (Вольский һ.б.) РКП(б) вәкилдәре м‑н аҡтар хәрәкәтенә ҡаршы көрәштә көстәрҙе берләштереү т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. 1919 й. 11 февр. Силәбелә Рус армияһының Юғары баш командующийы ставкаһында кәңәшмә үткәрелә (Колчак, айырым Себер армияһы командующийы ген.‑лейт. Р.Гайда, айырым Көнбайыш армия командующийы М.В.Ханжин, айырым Ырымбур армияһы командующийы ген.‑лейт. Дутов, уларҙың штаб нач. ҡатнаша). Март башында Көнбайыш армия Ырымбур армияһы булышлығында ген.‑лейт. А.И.Деникин етәкселек иткән Рәсәйҙең көньяғы Ҡораллы көстәре м‑н ҡушылыу маҡсатында Һамар, Һарытау ҡҡ. йүнәлешендә һөжүм башлай, Себер армияһы ла Ижевск ҡ. һөжүм йәйелдерә (ген.‑лейт. Е.К.Миллер етәкс. Төньяҡ өлкә ғәскәрҙәре м‑н ҡушылыу өсөн). Апр. уртаһында Көнбайыш армия частары Өфөнө (13 март), Бөрөнө, Бәләбәйҙе, Бөгөлмәне, Боғоросланды ала һәм Һамарға 100 км яҡыная. Себер армияһы частары Сарапул м-н Ижевскиҙы баҫып ала, Ырымбур армияһы Орскиҙы азат итә. Ләкин РККА‑ның Көнсығыш фронты ғәскәрҙәре өҫтәмә көс (55 мең кеше, һуғыш кәрәк-яраҡтары) алғас, апр. аҙағында ҡаршы һөжүмгә күсә. Йәйгә табан Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы м-н Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы төҙөлә. Бер-бер артлы үткәрелгән Боғорослан операцияһы, Бәләбәй операцияһы һәм Өфө операцияһы, ш. уҡ Сарапул-Воткинск операцияһы барышында Рус армияһы частары 1919 й. уртаһына һәр тарафта тәүге позицияларына ҡыуыла. Фронт яны һыҙатында һәм уның тылында йәшерен большевистик ойошмалар тарафынан совет пропагандаһы алып барыла, Бөрө өйәҙендә, Златоуст өйәҙендә һәм Өфө өйәҙендә партизандар хәрәкәте йәйелә. Рус армияһы подразделениелары һәм частары РККА яғына сыға башлай. Дезертирлыҡ киң ҡолас ала. Июлдә ғәскәрҙәргә идара итеүҙе һаҡлап ҡалыу өсөн Рус армияһының Көнсығыш фронты ойошторола. РККА берләшмәләре тарафынан Златоуст операцияһы, Силәбе операцияһы үткәрелгәндән һуң, Рус армияһы Себер м-н Төркөстанға сигенеп, унда ҡыйратыла.  РККА командованиеһы башҡ. частарын йәйен — Деникин ғәскәрҙәренә ҡаршы, көҙөн ген.‑лейт. Н.Н.Юденичтың Төньяҡ-Көнбайыш армияһының Петроградҡа һөжүмен кире ҡағыуҙа (ҡара: Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө) файҙалана, М.Л.Мортазин етәкс. Башҡорт айырым кавалерия бригадаһын Урал казактарының сигенеүсе частарына ҡаршы көрәшкә йүнәлтә. 1922 й. табан Башҡортостанда крәҫтиәндәрҙең большевиктарға ҡаршы баш күтәреү хәрәкәте туҡтатыла: 1920 й. февр.—мартында Бәләбәй өйәҙендә, Бөрө өйәҙендә, Минзәлә өйәҙендә, Өфө губ. Өфө өйәҙендә, уға сиктәш Ҡазан губернаһы м-н Һамар губернаһы өйәҙҙәрендә — “Ҡарағош яуы”, АСБР‑ҙың көньяҡ-көнсығышында — Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы, 1921 й. яҙ — ҡышында АСБР‑ҙың көнбайышында Охранюк-Черский хәрәкәте баҫтырыла. Г.һ., Башҡорт милли һәм революцион хәрәкәттәре эшмәкәрҙәре исеме м‑н урам һәм майҙандар, пр‑тие, ойошма һәм учреждениелар аталған, улар иҫтәлегенә музейҙар асылған, һәйкәлдәр һәм мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Аминев З.А. Октябрьская социалистическая революция и гражданская война в Башкирии (1917—1919 гг.). Уфа, 1966; Кульшарипов М.М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). Уфа, 2000; Таймасов Р.С. Участие башкир в Гражданской войне. Кн. 1. В лагере контрреволюции (1918—февраль 1919 гг.). Уфа, 2009.

И.Ф.Плотников, Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.04.2023