Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠБУЛАТ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 689

АҠБУЛАТ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Фёдоровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 5 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 398 кеше; 1920 — 452; 1939 — 487; 1959 — 497; 1989 — 369; 2002 — 338; 2010 — 308 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала, 1782 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсе Аҡбулат Сөләймәнов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Бикмәт, Бөркөтлө, Ҡарамунса, Әләй исемдәре м‑н билдәле булған. 1795 й. 55 кеше йәшәгән, 1865 й. 34 йортта — 196 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, татар мәктәбе теркәлгән. Ә.Ш.Ҡашаев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019