Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ШАҘЫ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 707

 ОЛО ШАҘЫ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Шаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 122 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2334 кеше; 1920 — 2184; 1939 — 1604; 1959 — 967; 1989 — 710; 2002 — 626; 2010 — 533 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Оло Шаҙы урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1706 й. алып Шаҙы исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Көсөк тип аталған (тәүге төпләнеүсе исеме м‑н, уның улы Ибрай Көсөков билдәле). 19 б. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 40 йортта 284 кеше йәшәгән, 1865 й. 220 йортта — 1228 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә, 3 һыу тирмәне, 15 сауҙа кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, 4 тирмән, мануфактура һәм 10 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.М.Бүләков, А.Карнай, Н.Х.Әғләмов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019