Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы

Просмотров: 1561

 

БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы (23.2.1948, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Оло Шаҙы а. — 18.1.2015, Өфө), драматург. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2013), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1973). 1969 й. алып “Эрвел” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең муз. етәксеһе, 1973—89 йй. “Дружба”, “Победа”, “Ленинец”,“Советская Башкирия”гәз. эшләй. 30‑ҙан ашыу пьеса авторы. Шуларҙың тәүгеләре — “Баллы ай” (1989) һәм “Атылған өйөр” (1989) трагедиялары. “Онотолған доға” (1994) парсаһы, “Бибинур, ах, Бибинур!..” (1995) трагик фарсы һ.б. тоталитар режим тыуҙырған яуызлыҡты фашлаған драматик циклды тәшкил итә. “Ярангөл” (1997), “Дала ҡиссаһы” (1999) мелодрамаларында совет дәүеренән һуңғы осорҙоң көнүҙәк проблемалары — әхлаҡ нигеҙҙәренең тарҡалыуы, гуманистик ҡиммәттәрҙән баш тартыу — күтәрелә. Б. “Талаҡ, талаҡ!..” (1989) трагик фарсы, “Таштуғай” (1996) трагедияһы экзистенциализмдың эстетик нигеҙҙәренә һәм абсурд театры (ҡара: Абсурд драмаһы) поэтикаһына таяна. “Ай ҡыҙы” (2001, 2002; реж. Ә.Ә.Нурмөхәмәтов, “Башҡортостан” ДТРК) телесериалы, “Арҡайым сере” (2006; реж. Б.Т.Йосопов, “Студия Vista Vision” ЯСЙ) нәфис фильмы сценарийҙары, С.Ә.Низаметдиновтың “Мөхәббәт йондоҙо” (2000) рок‑операһы либреттоһы авторы. Б. әҫәрҙәре белорус, ҡаҙаҡ, сыуаш, украин, фин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Б. пьесалары БР, РФ һәм сит ил театрҙарында ҡуйыла. РФ‑тың Дәүләт пр. (1996), БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1994) лауреаты. Мишкә р‑ны Мишкә а. мәҙәниәт йорто һәм Б. исеме бирелгән Мишкә лицейы №1 биналарына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Пьесалар. Өфө, 2008.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.М.Шәрипова 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2023
Связанные темы рубрикатора: