Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЙЕШЕВ Әхмәт [Әхмәҙулла] Әлмөхәмәт улы

Просмотров: 1526

БЕЙЕШЕВ Әхмәт [Әхмәҙулла] Әлмөхәмәт улы [24.2.1896, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҙелбай а. (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) — 27.9.1937, Мәскәү], совет партия-дәүләт эшмәкәре. “Тулҡын” йәштәр ойошмаһы, 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Чугуев хәрби уч‑щеһын (1917), И.В.Сталин ис. Бөтә Союз сәнәғәт акад. (Мәскәү, 1935) тамамлаған. 1916 й. башлап рус армияһында, подпоручик (1917); 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә, штаб‑ротмистр. 1918 й. авг. алып Башҡорт хәрби шураһы ирекле отрядтарының бүлек нач., окт. алып Ғ.С.Иҙелбаев ис. 2‑се Башҡ. кавалерия полкы командиры. 1919 й. мартынан Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе, июндән дәүләт контроле халыҡ комиссары урынбаҫары, 1920 й. социаль тәьминәт һәм хеҙмәт б‑са халыҡ комиссары, 1921 й. ғин. башлап АСБР ХКС‑ы рәйесе, июль—нояб. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тының яуаплы секретары. 1924 й. Мәғариф халыҡ комиссары, 1925 й. алып БАССР финанс халыҡ комиссары урынбаҫары. 1927 й. башлап РСФСР Бөтә Рәсәй ХХС‑ы Президиумы ағзаһы, 1935—37 йй. Мәскәүҙә М.В.Фрунзе ис. Үҙәк аэродром төҙөлөшө начальнигы. Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

Р.Әәүләтшин

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019