Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ КОМИССИЯҺЫ

Просмотров: 1490

БАШҠОРТОСТАН ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ КОМИССИЯҺЫ, Контрреволюция, спекуляция һәм вазифа енәйәттәре менән көрәшеү буйынса Башҡортостан өлкә ғәҙәттән тыш тәфтиш комиссияһы, БЧК, Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты ҡарары б‑са 1919 й. 3 мартында Орск өйәҙе Темәс а. ойошторола. Апр. — Саранск ҡ., авг. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлаша. Башҡ‑н ХРК‑на, 1920 й. майынан — Башҡ‑н ХРК‑на һәм Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһына, июлдән Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетына һәм Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһына буйһона. БЧК составына коллегия, комендант, дөйөм, айырым (1920 й. майы — 1921 й. майы), йәшерен‑оператив һәм юридик бүлектәр инә. БЧК кантон ғәҙәттән тыш комиссиялары (1921 й. ғин. бөтөрөләләр), артабан ғәҙәттән тыш комиссияның сәйәси бюролары (1921 й. Эске эштәр ХК‑ның кантон бүлектәре нач. эргәһендә ойошторолалар, 1922 й. ғин. алып туранан‑тура БЧК- ға буйһоналар) эшмәкәрлеген координациялай. Сәйәси репрессиялар үткәрә, Бөрйән‑Түңгәүер ихтилалын, “Ҡарағош яуын баҫтырыуҙа һ.б. ҡатнаша. 1922 й. 1 мартында АСБР ҮБК ҡарары м‑н бөтөрөлә, уның функциялары АСБР ҮБК эргәһендәге Башҡ‑н өлкә дәүләт сәйәси идаралығына (ҡара: Дәүләт именлеге органдары) тапшырыла. БЧК рәйестәре: Ә.Ә.Бейешев (1919 й. мартынан), С.Ш.Мырҙабулатов (1919 й. июненән; вазифа башҡарыусы), Т.Ғ. Имаҡов (1920 й. ғин. алып), Ф.Н.Төхвәтуллин (марттан), С.С.Лобов (июндән), И.Д.Каширин (дек. алып), Е.А. Михеев (1921 й. майынан, вазифа башҡарыусы), П.В.Гузаков (июндән), А.Мосолов (нояб. алып, вазифа башҡарыусы), П.Кузьмин (1921 й. дек., вазифа башҡарыусы), Н.Л.Волленберг (1921 й. дек. — 1922 й. февр.).

Р.Р.Мәрҙәмшин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019