Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКҠОЛОВА Әлмира Талха ҡыҙы

Просмотров: 916

БИКҠОЛОВА Әлмира Талха ҡыҙы (22.10.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡалта а., хәҙер БР‑ҙың Көйөргәҙе районы Яңы Ҡалта а., — 22.9.2013, Санкт‑Петербург ҡ.), химик. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Х.Т.Бикҡоловтың һеңлеһе. Чкалов педагогия институтының тәбиғи фәндәр (1949) һәм химия (1951) факультеттарын тамамлағандан һуң Көйөргәҙе районының Мораптал урта мәктәбендә, 1962 й. алып БДМИ‑ла (1970 й. башлап дөйөм химия кафедраһы мөдире), 1983 й. — МДУ‑ла, 1986 й. — Ленинград төп химия сәнәғәте ҒТИ‑нда, 1992—95 йй. Рәсәй педагогия университетында (Санкт‑Петербург ҡ.) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге тиопиразолондарҙы синтезлау һәм етештереү технологияһын эшләүгә, уларҙың төрлө металдар менән төрлө лигандлы координацион берләшмәләренең структур төҙөлөштәрен һәм үҙенсәлектәрен тикшереүгә, уларҙы аналитик химияла, медицинала, ауыл хужалығында (вирус һәм бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы препараттар, тәьҫир итеү көсө оҙайтылған капсулалы микроашламалар) ҡулланыуҙы өйрәнеүгә арналған. “Таңғы тамсылар” (1998), “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 2002), “Робағият — Рубаийат” (2003; башҡ. һәм рус телдәрендә) шиғри йыйынтыҡтары авторы. “Күп милләтле Санкт‑Петербург” яҙыусылар союзы (1996 й. алып); Санкт‑Петербург ҡ. Башҡ. милли-мәҙәни автономияһы (1995 й. алып) рәйесе. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2009).

Хеҙм.: Мөғжизәле химия. Өфө, 1994; Технологический способ получения тиопирина и его производных //Журнал прикладной химии. 1982. Т.55. №10; Синтез, свойства разнолигандных комплексов некоторых биогенных металлов и возможности их применения //Там же. 1995. Т.68. №5; Биоэлементология s‑, p‑, d‑элементов. СПб., 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.09.2022