Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКҠОЛОВ Хөрмәт Талха улы

Просмотров: 1219

БИКҠОЛОВ Хөрмәт Талха улы (22.3.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡалта а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яңы Ҡалта а., — 4.8.1997, шунда уҡ), тәржемәсе. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1987). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1980). Ә.Т.Бикҡолованың ағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1954—55 йй. — “Ленинец” гәз., 1959—66 йй., 1970—95 йй. “Китап” нәшриәтендә эшләй, 1967—68 йй. БАДТ‑ның әҙәби бүлек мөдире. Урыҫ һәм сит ил яҙыусыларының әҫ. — А.Н.Толстойҙың “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары” (“Золотой ключик, или Приключения Буратино”; 1979) әкиәтен; А.Барто, В.А.Жуковский, С.Я.Маршак, К.И.Чуковский, Р.Бёрнс, П.Неруда, Р.Тагор шиғырҙарын — башҡ. теленә тәржемә иткән. Совет шағирҙары шиғырҙарының тәржемәләре “Дуҫлыҡ офоҡтары” (1977) һәм “Яҡты офоҡтар” (1987) йыйынтыҡтарына ингән. М.Горькийҙың “Һуңғылар” (“Последние”), Ф.Гарсия Лорканың “Ҡанлы туй” (“Кровавая свадьба”), Еврипидтың “Медея”, Л.Н.Толстойҙың “Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә” (“Во тьме”), У.Шекспирҙың “Ике мөхәббәт” (“Два веронца”) һ.б. пьесаларҙың Б. тәржемәләре б‑са башҡ. театрҙары сәхнәләрендә спектаклдәр ҡуйылған.

Р.Ф.Байбулатов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: