Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОПОЛИМЕРҘАР

Просмотров: 1219

БИОПОЛИМЕРҘАР (био... һәм полимерҙар), бөтә тере организмдар төҙөлөшөнөң нигеҙен хасил иткән тәбиғи юғары молекуляр берләшмәләр; мол. м. 103—106. Б. аҡһымдар, нуклеин кислоталары, полисахаридтар һәм уларҙың сығарылмалары инә. Б. организмдың буш аралыҡтағы төҙөлөшөнөң үҙ аллы формалашыуын һәм йәшәү һәләтен тәьмин итә. Күп төрлө биол. функциялар атҡаралар: аҡһымдар күҙәнәк һәм туҡымалар төҙөүҙә ҡатнаша, биокатализаторҙар (ферменттар), биохимик реакцияларҙы көйләүселәр (гормондар) һ.б. булып тора; нуклеин к‑талары күҙәнәктәр бүленешендә генетик мәғлүмәтте һаҡлау һәм тапшырыуҙы (дезоксирибонуклеин к‑таһы), үҙенсәлекле күҙәнәк аҡһымдарын синтезлауҙы (рибонуклеин к‑таһы) һ.б. тәьмин итә; полисахаридтар запас (крахмал, гликоген), терәк (целлюлоза), һаҡлағыс (тәбенге, лайла), биол. материал функцияларын башҡара. Ҡатнаш аҡһымдар күҙәнәк (гликопротеидтар, липополисахаридтар) һәм эске яҡтағы күҙәнәк (липопротеидтар) мембраналарын төҙөүҙә ҡатнаша.

Башҡортостанда Б. б‑са тәүге тикшеренеүҙәр 1905 й. Өфө губ. земствоһының Бактериология ин‑тында (ҡара: “Иммунопрепарат”) үткәрелә. 30‑сы йй. БДМИ‑ның (ҡара: Медицина университеты) биохимия каф. дифтерия бактериялары б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла (Е.М.Губарев), БАХИ‑ның (ҡара: Аграр университет) хайуандар физиологияһы каф. маңҡа ауырыуы бактерияларының функциональ үҙенсәлектәре үҙгәреүен өйрәнеү һөҙөмтәһендә маллеин препаратының тәьҫир итеүсе башланғысы асыҡлана (Л.С.Пирогов). Б. б‑са системалы тикшеренеүҙәр 50‑се йй. уртаһынан Биология институтында В.Г.Конарев етәкс. башлана; нуклеин алмашыныуы лаб. илдә үҫемлектәрҙең нуклеин к‑талары һәм аҡһымдары б‑са тикшеренеүҙәрҙе координациялаусы үҙәк булып һанала. Артабан Биохимия һәм цитология бүлегендә (ҡара: Биохимия һәм генетика институты) үҫемлектәр, кеше һәм микроорганизмдарҙың нуклеин к‑талары һәм аҡһымдары, Б. күҙәнәкле һәм ген инженерияһы суперпродуценттарын уйлап табыу б‑са тикшеренеүҙәр дауам ителә; беренсел ДНК структураһы т‑да яңы мәғлүмәттәр алына (В.А.Вәхитов, Э.К.Хөснөтдинова, А.В.Чемерис). “Иммунопрепарат” ҒПБ‑нда 80‑се йй. бактерия токсиндары һәм аҡһымдарының төҙөлөшөн һәм функцияларын өйрәнеү һөҙөмтәһендә, таҙартылған дауалау препараттары, ш. иҫ. бактериофагтар (Н.Н.Ворошилова, Т.Ғ.Ниғмәтуллин), иммуноглобулиндар (В.А.Стригин), вакциналы препараттар (Р.Ш.Мағазов), етештереүҙең яңы технологиялары эшләнә. Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә аллоплант алыу технологияһы эшләнә (Э.Р.Мулдашев). 80‑се йй. башлап — Башҡорт дәүләт университетында үҫемлек күҙәнәктәре ядроһы аҡһымдарының модификациялары (Р.Р.Әхмәтов), БДМУ‑ла ксенобиотиктарҙың ферменттар активлығына тәьҫир итеүе (Ф.Х.Камилов) өйрәнелә.

К.С.Минскер

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: