Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУТИЛКАУЧУК

Просмотров: 1002

БУТИЛКАУЧУК, изобутилен м‑н изопрендың (массаһы б‑са 1—5%) сополимеры; мол. м. 3•105 — 7•105. Тығыҙлығы 910—920 кг/ м3, tбыялаланыу —67‑нән алып —69°С тиклем булған эластик масса. Изобутилен һәм изопрен быуындары даими сиратлашмаған һыҙыҡлы структуралы. Һыу, ацетон, эфирҙарҙа эремәй, бензин, алифатик углеводородтарҙа яҡшы эрей. Юғары диэлектрик үҙенсәлектәр, окисландырыусыларға (юғары концентрациялағы к‑талар, ш. иҫ. азот кислотаһы; кислород, озон, водород пероксиды һ.б.) һәм ионлаштырыусы нурланышҡа сыҙамлылығы м‑н айырыла. Б. галогенлау юлы м‑н уның юғарыраҡ тиҙлекле вулканизация үткәреү хас булған хлорлы, бромлы төрҙәрен алалар. 80‑се йй. башында Башҡорт дәүләт университетында (К.С.Минскер) СССР ФА‑ның Н.Н.Семёнов ис. Химик физика ин‑ты (Мәскәү; А.А.Берлин) м‑н берлектә Б. етештереүҙең энергия һәм ресурс һаҡлаусы технологияһы, “Ярсинтез” ААЙ (Ярославль ҡ.) м-н берлектә Б. алыуҙың экологик яҡтан юғары таҙалыҡтағы “эретмәле” ысулы эшләнә һәм РФ пр‑тиеларында (Ефремов, Тольятти ҡҡ.) етештереүгә индерелә. Б. мономерҙарҙы этил‑ йәки метилхлорид эретмәһендә катализатор (алюмин хлориды, бор фториды нигеҙендәге) ярҙамында катионлы сополимерлаштырыу юлы м‑н алалар. Автомобиль камералары, транспортёр таҫмалары, аҙыҡ резиналары, герметиклаштырыусы составтар, электроизоляция материалдары һ.б.; йылына 250 т яҡын Б. Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында газ үткәрмәүсе, йылыға һәм атмосфера үҙгәрештәренә, к‑талар, һелтеләр һәм үҫемлек майҙары тәьҫиренә бирешмәүсе резиналар һәм резина‑техник изделиелар, ш. иҫ. резиналанған туҡымалар (өрөп тултырмалы кәмәләр, һалдар һ.б. өсөн), индивидуаль һаҡланыу саралары етештереүҙә ҡулланыла.

К.С.Минскер

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: