Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНТЕТИК КАУЧУКТАР

Просмотров: 1193

СИНТЕТИК КАУЧУКТАР, резина алыуҙа ҡулланылған эластомерҙар. Ҡулланыу өлкәһе б‑са дөйөм һәм махсус тәғәйенләнешле С.к. айырыла. С.к. айырым төркөмдәре: һыуҙағы дисперсиялар (латекстар), шыйыҡ (резинаға оҡшаш материалдар барлыҡҡа килтереп ҡатыусы олигомерҙар), тултырылған (тултырғыстар һәм пластификаторҙар м‑н ҡатышмалар) С.к. Физик һәм химик үҙсәнлектәре (эксплуатация барышында т‑раның барлыҡ диапазонында юғары һығылмалы, бензин, май, йылы һәм һалҡынға сыҙамлы булыуы һ.б.) уларҙың төҙөлөшөнә һәм алыу ысулына бәйле. Донъяла диенлы С.к. етештереү б‑са иң ҙур сәнәғәт производстволары Башҡортостанда урынлашҡан. Сеймалдың төрөнә ҡарап С.к. ярашлы мономерҙарҙы полимерлаштырып (бутадиенлы, изопренлы һ.б.), уларҙы сополимеризация (метилстироллы, нитриллы, этиленпропиленлы) йәки поликонденсация (полисульфидлы, полиуретанлы) юлы м‑н алына. Процесты технологик яҡтан рәсмиләштереү б‑са эмульсиялы (ирекле радикалдар инициаторҙары йоғонтоһо һөҙөмтәһендә) һәм эретмәләге (ионлы‑координациялы каталитик системалар булғанда) полимерлашыуҙы айыралар. 1960 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) май тултырылған СКМС‑30 АКМ‑15 каучугының тәүге рулоны алына, 1962 й. башлап шунда уҡ СКМС‑30 АРКМ‑15 бутадиен- α‑метилстироллы каучук, 1972 й. — СКМС‑50П алалар. 1963 й. СССР‑ҙа тәүге тапҡыр беҙҙең илдә эшләнгән технология б‑са СКИ‑3 полиизопрен каучугын (тәбиғи каучук аналогы) тәж.‑сәнәғәт кимәлендә етештереү башлана, 1970 й. уны сәнәғәттә етештереү яйға һалына. 1987 й. башлап — СКИ‑3С каучугы, СКОП‑К олигопипериленлы каучук (фульвендар ярҙамында үҙгәртелгән, окисланған майҙар м‑н тулыһынса ҡатнаша алыу үҙенсәлектәре б‑са айырылған), 1989 й. алып яҡшыртылған эксплуатация характеристикаларына эйә булған СКИ‑5 каучугы (лантаноидлы катализаторҙа) сығарыла. 90‑сы йй. СКМС‑30, АРКП Н (бутадиен‑стироллы), СКИ‑3Д, СКИ‑5ПМ (изопренлы), СКЭХГ‑СТ (эпихлоргидрирланған С.к. өсләтә сополимеры) һ.б. маркалы С.к. сығарыу үҙләштерелә. 2002 й. “Каучук” ЯАЙ‑нда изопренлы һәм бутадиен‑стироллы С.к. етештереү РФ‑та производствоның дөйөм күләменең ярашлы рәүештә 33%‑ын һәм 40%‑ын тәшкил итә. 1967 й. алып СССР‑ҙа тәүге тапҡыр Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) беҙҙең илдә эшләнгән технология б‑са озон, яҡтылыҡ, к‑та, һелте, спирттар тәьҫиренә сыҙам СКЭП һәм СКЭПТ этиленпропилен каучуктары сығарыла. 1967 й. башлап Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында сит илдә аналогтары булмаған ҡаты хәлгә килтереүсе аминлы системалы түбән молекуляр диен С.к., пиперилен олигомерҙары нигеҙендә — СКОП маркалы шыйык С.к. (буяуҙар, лактар, әлифтәр етештереүҙә үҫемлек майҙарын алыштыра), дивинил һәм изопренды сополимерлаштырып түбән молекуляр ПДИ‑1К һәм ПДИ‑3К каучуктары (полидиенуретандиэпоксидлы С.к.) сығарыла. С.к. етештереү күләме (мең т): 1990 й. — 314, 2000 — 213, 2005 — 170, 2008 — 157. Етештерелгән С.к. күп өлөшө респ. ситкә сығарыла һәм шина, кабель, резина‑техник, аяҡ кейеме эшләү сәнәғәте тармаҡтарына, автомобиль эшләүгә ебәрелә. Респ. С.к. төп ҡулланыусылар һәм уның нигеҙендә изделиелар етештереүселәр — Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы, “Уфимкабель” ДУП‑ы, “Авангард” пр‑тиеһы. БР С.к. химияһы һәм технологияһы б‑са эре үҙәк булып тора. 70—80‑се йй. Химия ин‑тында Ю.Б.Монаков етәкс. алюминорганик берләшмәләрҙе диендарҙың ионлы- координациялы полимерлашыуында ҡулланыу, алюминорганик берләшмәләрҙең С.к. стереоүҙенсәлектәренә, молекуляр һәм физик‑химик характеристикаларына йоғонтоһон билдәләү б‑са эштәр үткәрелә, диендарҙы тривиаль булмаған структуралы мономерҙар м‑н сополимерлаштырып модификацияланған С.к. алыу мөмкинлектәре күрһәтелә. 80—90‑сы йй. БДУ‑ла К.С.Минскер етәкс. С.к. етештереү процесының технологик күрһәткестәрен һәм продукттарҙың сифатын яҡшыртыу, барлыҡҡа килгән С.к. үҙсәнлектәрен стандартлаштырыу мөмкинлеге биргән бәләкәй габаритлы торбаларҙан торған турбулент реакторҙарҙы ҡулланыуҙың фәнни нигеҙҙәре эшләнә. Стәрлетамаҡ нефтехимия з‑дында (А.Г.Лиакумович, Б.И.Пантух, Г.И.Рутман) һәм “Каучук” ЯАЙ‑нда (Ю.П.Баженов, П.И.Кутузов, Р.Х.Рәхимов) мономерҙар һәм С.к. етештереү технологияларын камиллаштырыу өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә, уларҙы алыу процесында файҙаланыла торған төрлө химик өҫтәмәләр эшләнә.

Әҙәб.: Д о г а д к и н Б.А., Д о н ц о в А.А., Ш е р ш н е в В.А. Химия эластомеров. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 1981.

К.С.Минскер, Н.Н.Сигаева

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019