БӨРӨ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ
644
БӨРӨ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ. 1941 й. гимнастёркалар һәм ирҙәр эске кейеме тегеү б‑са “Швейник” кооператив артеле базаһында нигеҙ һалына, 1991 й. алып ЯАЙ, 1995 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына эксперименталь, тегеү, әҙерләү-киҫеү, эшкәртеү цехтары, ҡатырға әйбер яһау һәм механика участкалары (бөтәһе лә 1966 й. нигеҙләнгән) ингән. 1999 й. 265 кеше эшләгән. Ирҙәр күлдәге етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.
Тәрж. Г.А.Миһранова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: