Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙЫУСЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 841

АЙЫУСЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айыусы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 340 кеше; 1920 — 426; 1939 — 585; 1959 — 490; 1989 — 282; 2002 — 276; 2010 — 297 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Айыусы исеме м‑н нигеҙ һала, 1765 й. билдәле. 1795 й. 41 йортта 235 кеше йәшәгән, 1865 й.  56 йортта — 298 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, борам м‑н сығыу урыны теркәлгән. Р.З.Йәнғужин, Ҡаһым Мырҙашев (ҡара: “Ҡаһым түрә”) ошо ауылда тыуған.

Ю.А.Кәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019