Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЮДЖЕТ

Просмотров: 1016

БЮДЖЕТ (ингл. budget), д ә ү л ә т  б ю д ж е т ы, дәүләттең ағымдағы йылға закон көсөндәге финанс планы. 2 статьялар төркөмөнән тора: дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары ҡарамағына килеп торған аҡсанан (Б. килемдәре), дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарының сығым йөкләмәләрен финанстар м‑н тәьмин итеүгә йүнәлтелгән аҡсанан (Б. сығымдары). Б. килем өлөшө һалымдар һәм һалым булмаған керемдәр, юридик һәм физик шәхестәрҙең, сит ил дәүләттәренең һәм халыҡ-ара ойошмаларҙың бушлай күсерелгән аҡсаһы иҫәбенә барлыҡҡа килә. Б. дәүләт идаралығын, соц. инфраструктураны тәьмин итеүгә, иҡт., һаулыҡ һаҡлау, фән, мәҙәниәт, мәғарифты үҫтереүгә; дотация, субвенция һәм субсидия рәүешендә финанс ярҙамы күрһәтеүгә; дәүләт бурысын хеҙмәтләндереүгә һ.б. тотонола. Федератив дәүләттәрҙә Б. өс кимәлдә төҙөлә — үҙәк (федераль) хөкүмәт, федерация субъекттары һәм урындағы (йәки муниц.). Федераль Б., дәүләттең бюджеттан тыш фондтары Б. (Пенсия фонды, Соц. страховкалау фонды, Мотлаҡ мед. страховкалауы фонды) һәм РФ субъекттары Б. федераль закондар йәки РФ субъекттары закондары формаһында раҫлана. Урындағы Б. урындағы үҙидара вәкиллеге органдарының норматив акттары м‑н ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһы Б. РФ бюджет системаһына инә, респ. һәм урындағы бюджеттарҙан тора. Б. проектын эшләү һәм уның үтәлешен тәьмин итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағына инә. Б. йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡабул ителә. Урындағы Б. формалашыуы, раҫланыуы һәм үтәлеше урындағы дәүләт власы органдары һәм үҙидара ҡарамағында тора. БР‑ҙа 62 район һәм ҡала, 1032 ауыл һәм ҡасаба Б. эшләй (2009). Совет власына тиклемге осорҙа Рәсәй империяһы Б. һәм урындағы бюджеттар губерна терр‑яларында, ш. иҫ. Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһында, йыйылған һалым һәм йөкләмәләр иҫәбенә формалаша. Тура һалымдарҙы йыйыу м‑н Ҡаҙна палатаһы етәкселек итә, ситләтелгән һалымдарҙы йыйыуға — губерна акциз идаралығы. Революциянан (1917) һуң Б. килеменә байтаҡ керемдәрҙе а.х., кәсепселек, килем-мөлкәт һалымдары, пошлиналар, герб, канцелярия йыйымдары һ.б. тәьмин итә; Б. килеменең яртыһы тура һалымдарҙан тора. 1924 й. СССР Конституцияһы авт. республикаларҙың дәүләт Б. төҙөүгә хоҡуғын закондар м‑н нығыта, ләкин халыҡ хужалығы м‑н команда-адм. идара итеү системаһы шарттарында (1917—91) Б. килем өлөшө күләмдәре һәм авт. респ. өсөн сығымдары СССР дәүләт идараһының үҙәк органдары тарафынан билдәләнә. Респ. буйһонған пр‑тиелар һаны сикләнгәнлектән (1990 й. ҡарата — 3%), респ. бюджет аҡсаһының күп өлөшө дөйөм союз Б. китеп тора. Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеү федераль үҙәк м‑н бюджет-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә ыңғай алға китешкә булышлыҡ итә. БР иҡтисадының кимәле һәм үҫеш тенденцияһы бөтә кимәлдәге Б. һиҙелерлек килем базаһы өсөн нигеҙ булдыра; респ. РФ‑тың 10 субъекты составында федераль Б. өстән ике өлөшө формалашыуын тәьмин итеүсе федераль Б. доноры статусына эйә. 2009 й. БР үҙ килемдәренең күләме б‑са Волга буйы федераль округы субъекттары араһында 2‑се урынды биләй. Респ. берләштерелгән Б. (раҫлауҙы талап итмәгән, иҫәпләшеүҙәр һәм анализдар өсөн ҡулланылған респ. Б. м‑н урындағы Б. йыйылмаһы) үҙенең килем өлөшө күләме б‑са РФ субъекттары Б. араһында тәүге унау иҫәбендә тора. 2009 й. БР терр‑яһынан бөтә кимәлдәге һәм бюджеттан тыш фондтарҙың Б. килеменә 141,1 млрд һум аҡса йыйылған (берҙәм соц. һалымдан тыш), шуның 32,8%‑ы — РФ-тың берләштерелгән бюджетына, 67,2%‑ы — БР‑ҙың берләштерелгән Б. Берләштерелгән Б. килеме 114,1 млрд һум тәшкил иткән, шуның (%): 68,9 — һалым һәм 8,7 — һалым булмаған килем, 22,4 — бушлай күсерелгән аҡса. Һалым килеменең төп сығанағы булып һалымдар тора (%): физик шәхестәр килеменә — 24,3, ойошмалар табышына — 22,6, мөлкәткә — 8,6, тәбиғәт ресурстарын файҙаланған өсөн — 1,0; акциздар — 7,7. Берләштерелгән Б. сығымдары 117,5 млрд һум тәшкил иткән, шуның (%): 26,7 — мәғарифҡа, 18,2 — милли иҡтисадҡа, 15,6 мәҙәниәт, кинематография, киң мәғлүмәт саралары һәм социаль сәйәсәткә, 13,2 — торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, 11,4 — һаулыҡ һаҡлау һәм физик культураға, 3,7%‑ы мили именлек һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә бүленә.

Л.Р.Ҡорманова, И.А.Тажетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: