БАБИК, Шишмә р‑нындағы ауыл
1836
БАБИК, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ҡара Яҡуп а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта Яръяҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 193 кеше; 1920 — 234; 1939 — 272; 1959 — 250; 1989 — 174; 2002 — 147; 2010 — 153 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға Өфө өйәҙе Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1815 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 20 йортта 97 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.
Й.Х.Ғилманов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: