Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҘҒЫЯ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 735

БАҘҒЫЯ, Шаран р‑нындағы ауыл, Баҙғыя а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 17 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Баҙғыя й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 663 кеше; 1920 — 862; 1939 — 899; 1959 — 735; 1989 — 456; 2002 — 490; 2010 — 465 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, ҡарттар приюты, сиркәү бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1762 й. керҙәшлек килешеүе б‑са сыуаш крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. 42 йортта 208 кеше йәшәгән, 1865 й. 61 йортта — 333 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү (1888 й. төҙөлгән), министрлыҡ мәктәбе, һыу тирмәне, тимерлек, шарап кибете, мөгәзәй теркәлгән. Й.Гәрәй ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: