Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 815

БАЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Рәжәп а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Рукмен й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 781 кеше; 1920 — 1154; 1939 — 855; 1959 — 403; 1989 — 275; 2002 — 233; 2010 — 205 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1673 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Ҡаракүл а. бобылдәре нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Байбулат Йәнһарин исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Шалтыҡбаш исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 23 кеше йәшәгән, 1865 й. 93 йортта — 589 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: