Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШӘҮҘӘР, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 869

БИШӘҮҘӘР, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 61 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 334 кеше; 1920 — 354; 1939 — 348; 1959 — 303; 1989 — 238; 2002 — 265; 2010 — 220 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Арҡауыл урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Мырҙалар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (33 йортта 127 кеше иҫәпкә алынған) алып билдәле. Исеме “бишәй” этнонимынан (ҡара: Мырҙалар) алынған. 1865 й. 38 йортта 274 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсептәре теркәлгән. Р.К.Кинзин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019