Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨРӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ

Просмотров: 1060

БӨРӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Башҡортостандың төньяҡ урман‑дала зонаһы өсөн игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Мул уңыш биреүсе арыш, бойҙай, борсаҡ, мал аҙығы культуралары орлоғон етештереүгә һәм бестужев тоҡомло йәш һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша. 1937 й. Бөрө тәж. баҫыуы булараҡ ойошторола, 1957 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Бөрө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Иҫке Бурны ауылы. 2008 й. 88 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 3441 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 1736 га. Иген культураларының уңдырышлылығы 27 ц/га тәшкил иткән; һыйыр малы һаны — 396 баш, ш. иҫ. һыйыр — 200, тоҡомло йәшһыйыр малы — 41; бер һыйырҙан уртасайыллыҡ һауым — 2800 кг. Хужалыҡта ш. уҡ балыҡсылыҡ һәм умартасылыҡ м‑н шөғөлләнәләр. Тәж.-производство хужалығында төньяҡ урман‑дала зонаһы өсөн төп һәм сәсеү алдынан ер эшкәртеү, һөрөнтө ҡатламын тәрәнәйтеү һәм йомшартыу алымдары уйлап табыла һәм тәҡдим ителә, сәсеү әйләнешенең төрлө типтары һәм схемаларына, ашлама, эзбиз ҡулланыу ысулдарына һ.б. агроиҡтисади баһа бирелә. Тәж.-производство хужалығы м‑н Н.Р.Бәхтизин, В.Ф.Погодин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: