Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘХТИЗИН Нәзиф Раян улы

Просмотров: 1767

БӘХТИЗИН Нәзиф Раян улы [31.12.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Аташ а. (БР‑ҙың Илеш районы) — 21.10.2007, Өфө ҡ.], агроном. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1955), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). СССР‑ҙың (1969) һәм РСФСР‑ҙың (1986) ауыл хужалығы, СССР юғары мәктәбе (1972) отличнигы. БАХИ‑ны тамамлаған (1951). 1956 й. алып КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитеты Юғары партия мәктәбенең ауыл хужалығы кафедраһы мөдире. 1961 й. башлап БАХИ‑ның ғилми эштәр буйынса проректоры, 1964—74 йй. ректоры, бер үк ваҡытта 1968 й. алып үҫемлекселек кафедраһы мөдире. 1979 й. башлап Башҡортостан ауыл хужалығы ҒТИ директоры, 1989 й. — баш ғилми хеҙмәткәре. Фәнни хеҙмәттәре агроэкологик үҫемлекселек проблемаларына арналған. Б. тарафынан ужым культураларын (арыш һәм бойҙай) үҫтереүҙең мул һәм тотороҡло уңыш биреүсе экологик хәүефһеҙ технологиялары уйлап табылған. Башҡортостанда игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһын эшләү етәкселәренең береһе. Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ҒТИ эргәһендәге селекция үҙәген (1984) ойоштороусы; республикала ҡый үләндәрен (1956—58), ужым һ.б. ауыл хужалығы культураларының уңышы формалашыуының агроэкологик шарттарын (1962—87) өйрәнеү буйынса фәнни экспедициялар ойоштороусы һәм ҡатнашыусыһы. Адаптив үҫемлекселектең агроэкологик нигеҙҙәре буйынса фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 1999 й. БДАУ‑ға 1,5 меңдән ашыу китап бүләк итә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) ордендары менән бүләкләнгән.

 Х е ҙ м.: Озимая пшеница. Уфа, 1980; Почвозащитная система земледелия. Уфа, 1987; Озимая рожь. Уфа, 1992.

Б.М.Миркин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0
Связанные статьи: