Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШҠАЙЫН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 762

БИШҠАЙЫН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Бишҡайын а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 9 км алыҫлыҡта Бишҡайын й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1560 кеше; 1920 — 1715; 1939 — 1675; 1959 — 1403; 1989 — 1210; 2002 — 1201; 2010 — 1150 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Бишҡайын урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Белая берёза” сыуаш халыҡ йырҙары хоры), китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә сыуаштар нигеҙ һала. 1795 й. 200 кеше йәшәгән, 1865 й. 127 йортта — 794 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сана, тәгәрмәс һәм туғын яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 6 һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү (1902 й. төҙөлгән), башҡа милләттәр өсөн мәктәп, тимерлек, 4 һыу тирмәне, шарап һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ш. уҡ ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Ауыл эргәһендә Бишҡайын мәмерйәһе урынлашҡан.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019