Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШҠУРАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 759

БИШҠУРАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 45 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Кесе Нөгөш й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2617 кеше; 1920 — 2268; 1939 — 1440; 1959 — 976; 1989 — 662; 2002 — 600; 2010 — 680 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡанлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө провинция канцелярияһының 1742 й. указы һәм 1775 й. керҙәшлек килешеүе б‑са керҙәш башҡорттар Б. исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 57 йортта 279 кеше йәшәгән, 1865 й. 185 йортта — 1114 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ағас һәм тегенселек эштәре, тимерселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. Л.М.Ишкилдин ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019