Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЗОР, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 699

БОЗОР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Бозор а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 70 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 782 кеше; 1920 — 1033; 1939 — 1066; 1959 — 878; 1989 — 652; 2002 — 591; 2010 — 486 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 30—50‑се йй. Ҡазан даруғаһы Ҫарылы-Мең улусында яңы суҡындырылған татарҙар нигеҙ һала. Шулай уҡ Мәләкән-Айыт тип аталған. 1865 й. 44 йортта 359 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ағас һауытһаба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, шарап кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.А.Ямалеева ошо ауылда тыуған.

К.П.Юзикаева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019