Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫРМАТЫУ

Просмотров: 910

ТЫРМАТЫУ, ер эшкәртеү алымы. Өҫкө тупраҡ ҡатламының ваҡланыуын, йомшарыуын, болғаныуын һәм тигеҙләнеүен тәьмин итә, ш. уҡ тешле һәм дискылы тырмалар ярҙамында ҡый үләндәренең үҫенте һәм шытымдарын бөтөрә. Үткәреү ваҡытына һәм тәғәйенләнешенә бәйле иртә яҙ, шытым алды һәм шытымдан һуңғы Т. айырыла. Иртә яҙ Т. дым һаҡлау маҡсатында тешле йәки энәле тырмалар ярҙамында үткәрелә; Т. һуңлатыу тәүлек эсендә 1 га ерҙән 30—40 т һыу юғалтыуға килтерә. Туңға һөрөлгән ерҙәр, ҡара пар һәм ужым культураларының сәсеүлектәре тырматыла. Шытым алды һәм шытымдан һуңғы Т. осрағында тешле (уртаса, еңел) һәм селтәрле тырмалар ҡулланыла. Шытым алды Т. тупраҡ ҡатлауын һәм ҡый үләндәрен юҡ итеү маҡсатында сәсеүҙән һуң 5—7 көн үткәс уҙғарыла. Аралыҡлы, һирәк осраҡта иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүлектәрендә һөҙөмтәле. Шытымдан һуңғы Т. шытым алды Т. кеүек маҡсат м‑н, ш. уҡ шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш шытымдарын һирәкләү өсөн үткәрелә. Картуф ултыртмалары — шытымдар сыҡҡандан һуң, шәкәр сөгөлдөрө — ысын япраҡтарҙың 1‑се пары фазаһында, кукурузһәм көнбағыш — 2—3 япраҡ, борсаҡ сәсеүлектәре 3—4 япраҡ фазаһында тырматыла. Биләнгән парҙарҙы Т. парҙы биләгән культураларҙы йыйып алғандан һуң ауыр дискылы тырмалар ярҙамында үткәрелә (ҡара: Пар баҫыуы). Шытым алды Т. ҡулланғанда “Ҡаҙанғол тәжрибә‑производство хужалығы”нда шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәренең ҡыйлылығы 40—60%‑ҡа, хеҙмәт сығымы 15%‑ҡа (1982—84), Миловка уҡытыу-тәжрибә хужалығында яҙғы бойҙай һәм борсаҡ‑һоло ҡатнашмаһының ҡыйлылығы 39%‑ҡа кәмей, бойҙайҙың уңдырышлылығы 1,4—1,7 ц/га арта (1984—87). Ер өҫтөн эшкәртеү алымдарын камиллаштырыу һәм практик тәҡдимдәр әҙерләү м‑н Аграр университетта һәм Ауыл хужалығы институтында шөғөлләнәләр (Ә.Б.Айыуханов, Н.Р.Бәхтизин, Г.С.Смородин, М.М.Хәмиҙуллин, И.П.Юхин һ.б.).

Әҙәб.: Научно обоснованные системы земледелия по зонам Башкирской АССР. Уфа, 1990.

М.Б.ӘмировТәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019