Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОРЕТ ЗАВОДЫ

Просмотров: 972

БЕЛОРЕТ ЗАВОДЫ, 1762 й. Себер даруғаһы Дыуан‑Көҙәй һәм Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ағиҙел й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1783 й. алып Пашковтар, 1874 й. — Пашковтарҙың Белорет тимер етештереү з‑дтары АЙ (ҡара: Белорет заводтары йәмғиәте); 1918 й. национализациялана. Белорет тау округына ингән. 1767 й. эшләй башлай. Домна мейесе, 14 сүкеше, 18 б. аҙ. ҡарай 2 домна мейесе, 10 крица горны, 13 йәйеү, якорь, йәмшәйтеү һәм киҫеү сүкештәре була. 1894 й. мартен производствоһы индерелә, 1898 й. ҡарай заводта 2 мартен һәм 6 пудлинг мейесе, 12 горн була. 18 б. аҙағында Б.з. 233 мең дисәтинә ер биләй. 18 б. аҙ. ҡарай заводтың 378 руднигы (3‑һө эшләй), 19 б. 30‑сы йй. уртаһына ҡарай 343 руднигы (4‑һе эшләй) була. 1772 й. заводта 840 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) иҫәпләнә; 1795 й. — 2250; 1805 й. крепостной крәҫтиәндәр — 2248, мастеровой һәм эшсе кешеләр — 1473; 1900 й. эшселәр (ҡара: Эшселәр синыфы) — 9960. 1783—96 йй. 1,5 млн бот суйын иретелә, уртаса етештереүсәнлек йылына 113 мең боттан ашыу, макс. — 142 мең бот (1793). 19 — 20 б. башында уртаса етештереүсәнлек йылына 0,5 млн бот суйын, 0,2 млн бот тимер, 1,8 млн бот ҡорос тәшкил итә; макс. — 1,3 млн бот суйын (1916), 0,8 млн бот тимер (1895), 3,6 млн бот ҡорос (1915). 1878 й. алып сым етештерелә (1894 й. — 240 мең бот, 1914 й. — 500 мең). 1881 й. Б.з. эргәһендә сым һәм сөй етештереү ф‑каһы асыла (1887 й. производство Ҡағы заводына күсерелә). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө 1774 й. апр. Д.М.Загуменнов етәкс. отрядҡа ҡушыла. Шул уҡ йылда завод яндырыла, 1777 й. тергеҙелә. 19 — 20 б. башында Б.з. күмәк сыуалыштар, забастовкалар була, улар барышында эш хаҡын арттырыу, эш нормаһын кәметеү, штрафтарҙы һ.б. санкцияларҙы бөтөрөү талаптары ҡуйыла [1813—16 йй. 5 меңгә яҡын кеше (Тирлән заводы эшселәре м‑н берлектә) ҡатнаша, 1902 й. — 500]. Революция (1905—07) барышында заводта бер нисә тапҡыр забастовка, митинг һәм демонстрация үткәрелә. П.В.Точисский етәкс. Б.з. эшселәре отряды И.Д.Каширин ғәскәрҙәре төркөмө составында Йыйылма Урал отрядының походында ҡатнаша. Белорет з‑ды базаһында Белорет металлургия комбинаты асыла.

Б.з. адм., производство һәм торлаҡ тәғәйенләнешендәге биналар һәм ҡоролмалар комплексынан торған ҡала төҙөүсе ансамбль булараҡ 18 б. 2‑се ярт. алып ойоша башлай. Б.з. һаҡланып ҡалған домна цехының корпусы (18 б. 2‑се ярт.), “кирбес стиле” ндә төҙөлгән завод идаралығы бинаһы (19 б. аҙ.), дир. йорттары (1915—16) һәм механика оҫтаханаһы (1916), 1930‑сы йй. уртаһында “конструктивизм” стилендә төҙөлгән айырым биналар һ.б. — тарих һәм архитектура ҡомартҡылары. Б.з. һәм уның м‑н бер ваҡытта барлыҡҡа килгән завод торама пункты Белорет ҡ. төҙөүгә нигеҙ була.

З.И.Гудкова, А.И.Лебедев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019