Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОГОСЛОВСКИЙ ЗАВОДЫ

Просмотров: 756

БОГОСЛОВСКИЙ ЗАВОДЫ, 1758 й. Ҡазан даруғаһы Надир улусында Надир Ураҙмәтовтан һатып алынған ерҙәрҙә Кисеү й. (Кама й. басс.) буйында сауҙагәр Г.И.Глазов тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына; 1759 й. йылға ағымы буйлап 2,5 саҡрымға түбәнерәк күсерелә. Хужалары: Глазовтар, 1834 й. алып В.П.Шелашников. 1760 й. эшләй башлай. 1797 й. — 4 баҡыр иретеү мейесе, 3 шплейзофен горны, 1852 й. 2 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен һәм гармахер горндары була. 18 б. аҙ. ҡарай Б.з. 16,4 мең дисәтинәнән ашыу ер биләй. 19 б. аҙ. заводҡа 174 рудник (4‑һе эшләй) ҡарай. 1794 й. заводта 75 мастеровой һәм эшсе кеше (төп эштәрҙә) иҫәпләнә, крепостной крәҫтиәндәр (ярҙамсы эштәрҙә; ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) — 105. Эшләү дәүерендә 34 мең бот таҙа баҡыр иретелә, уртаса етештереүсәнлек — йылына 473 бот, макс. — 1,5 мең бот (1811). 1792—93 йй., 1796 й. завод эшләмәй; 1862 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны Кисеү а. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: