ӘХМӘҘИНУРОВ Рөстәм Марат улы
ӘХМӘҘИНУРОВ Рөстәм Марат улы (11.4.1968, Өфө ҡ.), социолог. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1997), социология фәндәре докторы (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2013). БДПИ‑ны (1992), Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын (Мәскәү ҡ., 1994) тамамлаған. 1990 й. алып БДПИ‑ла студенттар профсоюзы комитеты рәйесе. 1996 й. башлап БДУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1999 й. тиклем БР Финанс министрлығының бүлек начальнигы урынбаҫары. 2004 й. алып Рәсәй социаль университетының Өфө филиалы директоры, 2015 й. башлап попечителдәр советы рәйесе. 2010 й. алып БР‑ҙа Рәсәй сәйәсәте төбәк мәктәбе дирекцияһы етәксеһе. 2022 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың рәйес урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре иҡтисади социология проблемаларына һ.б. арналған. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5—6‑сы саҡырылыш депутаты. 2019—22 йй. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2022).
Х е ҙ м.: Управление внутрифирменным рынком труда: социологический анализ особенностей социально‑экономической политики на предприятиях. М., 2002; Экономическое пространство социальной работы. Уфа, 2008 (авторҙ.).
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев