Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛЛАДА

Просмотров: 1151

БАЛЛАДА (фр. ballade), 1) лиро‑эпик шиғриәт жанры. Көслө драматик характерҙағы, легендар, героик йә тарихи йөкмәткеле сюжетлы шиғыр. Б. нигеҙен ғәҙәттән тыш сағыу ваҡиға тәшкил итә. Жанр проблематикаһы милли‑тарихи һәм романтик булырға мөмкин. Б. композицион һәм стилистик саралары: ваҡиғаларҙың тиҙ алышыныуы, юлдарҙың ҡабатланыуы, шиғри форма. Башҡорт әҙәбиәтендә Б. 20 б. башында барлыҡҡа килә (Ш.Бабич, М.Ғафури). Уларға замандың көнүҙәк темаларына мөрәжәғәт итеү хас. 30‑сы йй. донъялағы һуғыш ваҡиғаларын сағылдырыусы һәм батырлыҡ романтикаһын данлаусы Ғ.Сәләмдең “Әгәр иртәгә һуғыш булһа” (1938), “Самурай һәм уның хужаһы” (1938), Б.Бикбайҙың “Пограничник һәм уның әсәһе” (1938), М.Кәримдең “Дуҫтың үлеме” (1940), М.Хәйҙең  “Фин һалдаты тураһында баллада” (1940) һ.б. Б. яҙыла. Бөйөк Ватан һуғышы осоро Б. тематикаһы — совет яугирҙарының батырлығы һәм ҡаһарманлығы: Ә.Вәлиҙең “Танкист тураһында баллада” (1941), М.Харистың “Батыр тураһында баллада” (1943) һ.б. Һуғыштан һуң яҙылған Н.Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” (1955), К.Кинйәбулатованың “Салауат тураһында баллада” (1961) һ.б. әҫәрҙәрҙә уртаҡ эш өсөн батырлыҡ күрһәткән кешенең бөйөклөгө һүрәтләнә. Жанр Ҡ.Аралбай, Р.М.Тимершин һ.б. ижадында ла урын ала.

2) Вокаль һәм инструменталь муз. жанры. Сюжетлы‑хикәйәләүсе йыр рәүешендәге Б. күп халыҡтарҙың фольклорына хас, бер үк ваҡытта проф. ижадта ла үҫешә. Башҡ. музыкаһына Б. 20 б. 20‑се йй. килеп инә. Уның барлыҡҡа килеүендә Европа традициялары м‑н бер рәттән башҡ. фольклор сығанаҡтарының (ҡобайырҙар һәм бәйеттәрҙең) да роле ҙур: жанрҙың тотороҡло билдәләре үҙенсәлекле милли стиль м‑н берләшә. Ғ.С.Әлмөхәмәтовтың З.Байсурина һүҙҙәренә яҙылған (1961 й. Я.Ҡолмой һүҙҙәренә башҡарыла) “Шомло ел” (1921) әҫ. – вокаль Б. тәүге өлгөһө. 40‑сы йй. Б. айырыуса йылдам үҫешә. Был осор Б., нигеҙҙә, Б.В. һуғышы ваҡиғалары сағылдырыла. Героик‑патриотик һәм лирик‑гражданлыҡ темалары М.М.Вәлиевтең Б.Бикбай һүҙҙәренә яҙылған “Тура ҡараусы кеше” (1942), Х.Ф.Әхмәтовтың Б.Бикбай һүҙҙәренә “Ҡара ҡоҙғон менән йәш аусы” (1942) һәм М.Сәйетғәлина һүҙҙәренә “Байғужа Сәйетғәлин”, Н.Ғ.Сабитовтың Ғ.Й.Рамазанов һүҙҙәренә “Матросов тураһында баллада” (1960), Р.В.Сәлмәновтың Ҡ.Даян һүҙҙәренә “Салауат тураһында баллада” (1979) вокаль Б. сағылдырыла. Инструменталь Б. жанры Сабитов ижадында бирелә (фп. өсөн 3 баллада, 1946).

Әҙәб.: Галина Г.С. Хусаин Ахметов: жизнь, творчество, время. Уфа, 1994; Гарипова Н.Ф. Башкирская фортепианная музыка. Уфа, 2008.

Т.С.Угрюмова, З.Я.Шәрипова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: