Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТ ХАЛҠ ЙЫРҘАРЫ”, йырҙар һәм көйҙәр йыйынты

Просмотров: 536

“БАШҠОРТ ХАЛҠ ЙЫРҘАРЫ”, халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәр йыйынтығы (Өфө, 1954). Төҙөүсе-мөхәррирҙәре, инеш мәҡәлә һәм комментарий авторҙары: Л.Н.Лебединский, Ә.И.Харисов, Х.Ф.Әхмәтов.

Башҡ. һәм урыҫ телдәрендәге инеш мәҡәләнән, нота яҙмаларынан (248) һәм комментарийҙарҙан (урыҫ телендә) тора. Инеш мәҡәләлә башҡ. халыҡ музыкаһына характеристика бирелә һәм әҫәрҙәр жанр б‑са классификациялана. Ноталар бүлегенә 20 б. тәүге ярт. яҙып алынған йырҙар һәм инструменталь көйҙәр ингән. Ноталарҙы яҙғанда фонографик яҙмалар ҡулланыу оҙон көйҙөң ритм-интонация үҙенсәлектәрен анығыраҡ һәм теүәлерәк итеп теркәү мөмкинлеген биргән (ҡайһы бер йырҙар бер нисә вариантта килтерелә). Йыйынтыҡта башҡ. музыкаһының иң боронғо ҡатламын тәшкил иткән туй йолаһы йырҙары, өзләү һәм инструменталь көйҙәр тәүге тапҡыр донъя күрә. Комментарийҙарҙа башҡарыусы‑мәғлүмәт биреүселәр хаҡында (М.Ә.Байымов; И.Ш.Дилмөхәмәтов, ҡара: Дилмөхәмәтовтар; Ғ.З.Сөләймәнов, Ғ.Ғ.Ушанов, Х.Б.Әхмәтов һ.б.), легендаларҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе, көйҙәргә характеристика, улар баҫылып сыҡҡан сығанаҡтар т‑да мәғлүмәт бирелгән.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Г.С.Балтабаева


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019