Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БУРАНБАЙ”, йыр

Просмотров: 1601

“БУРАНБАЙ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Иң таралған тарихи йырҙарҙың береһе. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан 1894 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Этҡол а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а.) Толомғужа Ғөбәйҙуллиндан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫыла. Йырҙың һәм легенданың варианттарын төрлө йылдарҙа М.А.Буранғолов, С.Ғәбәши, Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов, И.В.Салтыков, Ғ.С.Әлмөхәмәтов һ.б. яҙып ала. Йыр лирик‑эпик характерҙа. Буранбай сәсәнгә арналған. Көйө виртуоз биҙәкле, киң диапазоны (ике октава) м‑н айырылып тора. “Б.” йырын башҡарыу иң юғары вокаль оҫталыҡ билдәһе тип һанала. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, М.Ә.Байымов, М.Ф.Буранғолов, М.С.Ғәйнетдинов, Х.Л.Ғәлимов, Ф.Ә.Килдейәрова, И.Ә.Солтанбаев, А.А.Солтанов, М.Х.Хисмәтуллин. “Б.” тауыш һәм фп. өсөн М.М.Вәлиев, Р.Х.Ғәзизов, Рәхимов, Х.Ф.Әхмәтов, хор һәм симфоник оркестр өсөн Н.Ә.Дауытов эшкәртә. Йырҙың көйө Әхмәтовтың скрипка һәм фп. өсөн Сюитаһында, “Сыңрау торна” балетында ҡулланылған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Песни моего народа=Халҡым йыры=Songs of my folk. Уфа, 1995.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023