Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙРАМОВ Әхнәф Арыҫлан улы

Просмотров: 1034

БАЙРАМОВ Әхнәф Арыҫлан улы [30.9.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сейәлеҡул а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 16.2.2010, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Златоуст хәрби инженерҙар уч‑щеһын тамамлаған (1942). 1950—62 йй. “Кызыл таң” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1968—83 йй. БАССР Яҙыусылар союзының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры. “Еңеүселәр” тигән тәүге очерктар йыйынтығы 1954 й. сыға. “Күмелмәҫ эҙҙәр” (1957), “Ынйылар” (1969) очерктар йыйынтыҡтарында эшсе‑машина төҙөүселәрҙең хеҙмәт героизмы күрһәтелә. “Һуҡмаҡтағы йондоҙҙар” (1976), “Оксана” (1982) повестарының төп темаһы — эшсе ҡатын‑ҡыҙҙар яҙмышы. Б. ижадында айырым урынды тыл хеҙмәтсәндәренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы героик хеҙмәтенә арналған “Сынығыу йылдары” (1972) романы алып тора. Бөтә Союз проф. союздар үҙәк советы һәм БАССР Яҙыусылар союзы пр. лауреаты (1980). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Ҡала күстәнәсе: хикәйәләр. Өфө, 1978; Серле асҡыстар: профессия тураһында хикәйәләр. Өфө, 1988.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: