Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАННОВ Геннадий Ефимович

Просмотров: 1163

БАННОВ Геннадий Ефимович (28.12.1928, Төмән ҡ. — 16.4.2017, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. проф.‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1974). БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1951 й. алып “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы өлкә советы (Сахалин өлк.) рәйесе урынбаҫары, 1953 й. алып Башҡ‑н проф.‑техник белем биреү идаралығының өлкән инспекторы, 1960 й. — 26‑сы мәктәптең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1962—89 йй. 118‑се ПТУ (Өфө) директоры. 1983—88 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының урыҫ секцияһы етәксеһе. “Муйыл ышығында” (“Под сенью черёмухи”) тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1970 й. сыға. Йәштәрҙе тәрбиәләүгә арналған “Ун туғыҙынсы йәштәре” (“Ребята из Девятнадцатой”; 1973) повесы, “Виктория” (1996) романы һ.б. әҫәрҙәре хәҙ. замандың әхлаҡи проблемаларын күтәрә. “Аҫылмалы таш” (“Висячий камень”; 1987) хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын сағылдыра.

Әҫәрҙ.: Звёзды на росстани: Повести. М., 1985; Эстафета: Повести. Уфа, 1991; Отзовётся вдали колокольцами: Повести. Уфа, 2004.

М.Ф.Ғәйнуллин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: