Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВА Лилиә Әнүәр ҡыҙы

Просмотров: 1175

ВӘЛИЕВА Лилиә Әнүәр ҡыҙы (26.5. 1952, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ- Миәкә а.), фармаколог. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлаған (1975), 1976 й. алып — ӨМЭПБ мед.‑санитария бүлегенең 13‑сө дауаханаһында, 1978 й. башлап БДМУ‑ла эшләй: 1988—94 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2003 й. — 2‑се фармакол. каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2004 й. — фармацевтика ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре молекуляр фармакология һәм хроно‑биология проблемаларына арналған. В. организмдың тирәяҡ мөхиттең тәүлек һәм миҙгел үҙгәрештәренә ҡарата адаптацияһы механизмдарында, миокард инфаркты һәм нервы-психик ауырыуҙар патогенезында, кардиотроп һәм психотроп дарыуҙар тәьҫире механизмдарында йөрәк һәм мейе лизосомалары һәм рецепторҙарының (гистаминлы, дофаминлы, серотонинлы һ.б.) ролен өйрәнә. БР‑ҙың фармакологтар йәмғиәте рәйесе (2003 й. алып). 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: