Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНИМИЗМ

Просмотров: 2760

АНИМИЗМ (лат. anima — йән, рух), матди донъялағы бөтә әйберҙәр һәм күренештәр, ш. иҫ. кеше, м‑н идара иткән рухтарҙың, йәндәрҙең барлығына ышаныу. А. аниматизмдан (бар тәбиғәттең һәм айырым тәбиғәт көстәренең эйәһеҙ йәнлелеген күҙаллау) айырыла. Әгәр рух ниндәйҙер айырым йән эйәһе йәки әйбер м‑н бәйләнешкә инһә, рухҡа үҙ аллы йәшәү, киң эшмәкәрлек өлкәһе һәм төрлө нәмәләргә тәьҫир итеү һәләте өҫтәлә. Йәндәр һәм рухтар аморф, фитоморф, зооморф, антропоморф йән эйәләре була ала; әммә уларға кешелә булған аң һәм ихтыяр кеүек бөтә сифаттар ҙа бирелгән.

Башҡорттарҙың анимистик инаныуҙарының иң боронғо ҡатламына әйберҙәр һәм тәбиғәт күренештәренең рух‑хужалары (ҡара: Эйә) булыуы т‑да күҙаллауҙар ҡарай. Күп кенә антропоморф рухтар теге йәки был тәбиғәт көсөнә бәйләнмәгән була (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар). Рухтарға табыныу, ҡорбан килтереү мотлаҡ һаналған, сөнки ихтирамһыҙ мөнәсәбәт кешеләрҙең именлегенә ҡурҡыныс менән янаған. Уҫал рухтарҙың (албаҫты, бәрей, ен) зарарлы тәьҫиренән һаҡланыу өсөн тылсым йөрөткәндәр. А. юғары үҫеш формаһы булып рухтың сағыштырмаса үҙ аллы йәшәүенә ышаныу тора. Башҡорттарҙың күҙаллауынса, кешенең йәне тәнде ваҡытлыса ла (йоҡлағанда, ауырығанда, иҫ юғалтҡанда һ.б.), мәңгегә лә (үлгәндә) ташлап китә ала. Шуға күрә йоҡонан ҡапыл уятырға ҡушмағандар, сөнки йән тәнгә инеп өлгөрмәй, һәм кеше үлергә мөмкин. Бәлки, башҡорттар бер нисә йән барлығына ышанғандыр, был турала “Өс йән имләү” йолаһының һаҡланып ҡалыуы һөйләй. Рухтарҙың һәм үлгән кешеләрҙең йәне т‑да күҙаллауҙар ата‑бабалар культын тыуҙырған. Анимистик инаныуҙарҙың артабанғы үҫеше конкрет кешене терелткән, йәнләндергән игеҙ йән барлығын таныуға килтергән. Йәндең мәғәнәһе рухты сағылдырған ҡотҡа күскән (ҡот ҡойоу йолаһы шуға бәйле). Рухты күбәләк, ҡош, йәнлек һ.б. образында күҙ алдына килтергәндәр. Йәндең хайуанға әүерелеү һәләтенә ышаныу уларҙың табыныу һәм тотемик культ нигеҙендә ята (ҡара: Тотемизм). Исламға тиклемге йән т‑дағы инаныуҙарҙың мосолман инаныуҙары м‑н ҡатнашыуы башҡорттарҙың ерләү йолаларында бигерәк тә асыҡ сағыла (иҫкә алып ҡорбан салыу, 3‑өн, 7‑һен, 40‑ын, йыллығын уҡытҡанда мәжлес ойоштороп, теге донъяға киткән рухты даими ашатып тороу һ.б.).

Әҙәб.: Сулейманова М.Н. Пережитки шаманства башкир //Этнологические исследования в Башкортостане. Уфа, 1994.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019