Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИБРАЦИЯ АУЫРЫУЫ

Просмотров: 870

ВИБРАЦИЯ АУЫРЫУЫ, организмға оҙайлы вибрация тәьҫире арҡаһында барлыҡҡа килгән һөнәри ауырыу. Шулай уҡ тауыш, һалҡын тейеү, ныҡ арыу, эш урынында кәүҙәне дөрөҫ тотмау, индивидуаль һиҙгерлек һ.б. В.а. килтереүе мөмкин. Башлыса авиация, машиналар эшләү, тау сәнәғәте һәм а.х. тармаҡтары эшселәрендә осрай (ҡара: Вибрациялы техника). Вибрация тәьҫиренә ҡарап локаль (мәҫ., ҡулға) һәм дөйөм (бөтә организмға) В.а. айырыла. Локаль тәьҫир итеүҙең төп симптомдары: ҡул ауыртыу һәм уның т‑ра үҙгәреүенә үтә һиҙгерлеге, шешенеүе, бармаҡ һәм ҡул суғы цианозы һ.б.; дөйөм — баш, йөрәк тәңгәле, аяҡ ауыртыу, баш әйләнеү, тиҙ арыу һ.б. Диагностика анамнезға һәм ҡан тамырҙарының, мускулдарҙың һ.б. функциональ торошон инструменталь тикшереү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау медикаментоз, физиотерапевтик (УФ‑нурланыш, кислородлы, тоҙло-ылыҫлы ванналар, энә-рефлекс терапияһы, дауалау физкультураһы, массаж һ.б.). Шифахана-курорт учреждениеларында дауаланыу тәҡдим ителә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: периферик һәм үҙәк нервы системаһының ҡаҡшауы, хәрәкәт итеү аппаратының дистрофик боҙолоуы һ.б. Иҫкәртеү сифатында хеҙмәттең санитария ҡағиҙәләрен үтәү, В.а. килтереүсе факторҙарҙы бөтөрөү, диспансерлаштырыу тәҡдим ителә. Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институтында ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдарын эшләү һәм камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (Р.А.Алаҡаева, Ә.Б.Бәкеров, З.Г.Подрез, А.Р.Шәйәхмәтов һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Һөнәри ауырыуҙар

Г.Г.Максимов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: