ВИКТОРОВ Виталий Васильевич
ВИКТОРОВ Виталий Васильевич (11.7.1960, БАССР-ҙың Миәкә р-ны Һыуыҡҡул‑Михайловка а.), анестезиолог- реаниматолог. Мед. ф. д-ры (2002), проф. (2003). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (2002) атҡ. табибы. БДМИ- ны тамамлағандан һуң (1987) Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй, 1991 й. алып 2‑се Респ. клиник дауаханаһының реанимация һәм интенсив терапия бүлеге мөдире, 1999 й. — ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһының дауалау эше б-са баш табип урынбаҫары, 2002 й. — 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы баш табибы, 2003— 11 йй. Өфө хакимиәтенең Һаулыҡ һаҡлау идаралығы нач.; бер үк ваҡытта 1990 й. БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү ин-тында (2011 й. башлап педиатрия һәм балалар хирургияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2012 й. алып институт директоры.). Фәнни эшмәкәрлеге абдоминаль хирургияла операция яһағанда һәм операциянан һуңғы осорҙа ағзаларҙың һәм организм системаларының функциональ етешмәүсәнлеген, сепсис аҙып китеүгә морфофункциональ һәм генетик бирешеүсәнлекте өйрәнеүгә арналған. В. тарафынан септик процесты һәм шокты интенсив дауалау ысулдары камиллаштырылған һәм дауалау практикаһына индерелгән. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Экстренная колопроктология. Уфа, 2001 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина