Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАТАУЛЛИН Наил Ғәйнәт улы

Просмотров: 1471

ҒАТАУЛЛИН Наил Ғәйнәт улы [10.8.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Суйынсы а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 26.4.2015, Өфө], хирург. БР ФА акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1966), проф. (1968). РФ‑тың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отичнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1951) Көйөргәҙе район дауаханаһында,    1958—2010 йй. БДМУ-ла эшләй (1966—93 йй. госпиталь хирургияһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре ҡорһаҡ ярыһының йәбешеү ауырыуын, күкрәк ҡыуышлығы, йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы ағзаларының ауырыуҙарын һәм травмаларын диагностикалау, хирургик дауалау проблемаларына арналған. Ғ. етәкс. 1972 й. Өфөнөң 6‑сы дауаханаһы эргәһендә кардиохирургия, ҡан тамырҙары, эндоваскуляр, торакаль хирургия үҙәктәре булдырыла. 550‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. БР Хирургтар ассоциацияһы рәйесе (1972—93). БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2013). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Х е ҙ м.: Мне через сердце виден мир. Уфа, 2003; Профилактика и лечение бронхиальных свищей при нагноительных заболеваниях легких. Уфа, 2003 (авторҙ.); Сердце хирурга. Человек, хирург, журналист, художник: биография. Уфа,  2008.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: