Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЙНАНОВ Дамир Әхнәф улы

Просмотров: 1391

ҒӘЙНАНОВ Дамир Әхнәф улы (4.1.1956, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Урҙайбаш а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (2002). ӨАИ‑ны тамамлаған (1978). 1981 й. тиклем һәм 1986 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта: 2000 й. башлап соц. һәм иҡт. системаларҙа идара итеү каф. мөдире, 2007 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең Соц.-иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑ты директоры. 1985—86 йй. Граждандар авиацияһы акад. (Ленинград) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге соц. һәм иҡт. системаларҙа идара итеү проблемаларына, иҡтисадтың матем. һәм инструменталь ысулдарына һ.б. арналған. Ғ. респ. сәнәғәт пр‑тиеларын үҙгәртеп ҡороу проекттарын, төбәктәр һәм субтөбәктәр кимәлендәге терр. системаларҙың соц.-иҡт. үҫеш программаларын һ.б. эшләй. 330‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Халыҡтар дуҫлығы орд. м-н бүләкләнгән (2016).

Х е ҙ м.: Функционирование и развитие региональных предприятий поставок газа. Уфа, 1998; Управление социально-экономическим развитием региона: проблемы, подходы, технологии. М., 2007; Управление развитием предприятия на основе моделирования инвестиционной деятельности. Уфа, 2008 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: