Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Мисбах Фәхри улы

Просмотров: 957

ҒӘЙНЕТДИНОВ Мисбах Фәхри улы [8.5.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Бишкәзә а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 2.9.2011, Рязань ҡ.], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1980), проф. (1981). СССР Ауыл хужалығы техникаһы дәүләт ком‑ты отличнигы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1953). 1956 й. — Ҡазан ветеринария ин-тында, 1957 й. алып Свердловск а.х. ин‑тында эшләй. 1959 й. алып Рязань а.х. ин-ты уҡытыусыһы, 1970 й. — Бөтә Союз а.х. иҡтисады һәм матди-техник тәьмин итеүҙе ойоштороу б-са ғилми-тикшеренеү һәм технология ин‑тының лаб. мөдире, 1972—95 йй. СССР Ауыл хужалығы техникаһы һәм а.х. дәүләт ком‑тының Бөтә Рәсәй етәксе хеҙм‑рҙәр һәм белгестәр квалификацияһын күтәреү ин-тының а.х. иҡтисады, матди- техник тәьмин итеүҙе ойоштороу һәм планлаштырыу каф. мөдире (бөтәһе лә — Рязань). Фәнни тикшеренеүҙәре малсылыҡта аҙыҡтүлек сәнәғәте ҡалдыҡтарын рациональ файҙаланыу, агросәнәғәт комплексы пр‑тиеларын ресурстар м‑н тәьмин итеү, кадрҙар әҙерләүҙә һәм уларҙың квалификацияһын күтәреүҙә уҡыу процесын камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1971). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Рациональное использование отходов пищевой промышленности в животноводстве. М., 1978; Новые формы организации снабжения села. Рязань, 1981.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: