Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИН Заһир Әҡсән улы

Просмотров: 985

ҒӘЛИН Заһир Әҡсән улы (3.1.1947, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Хәлил а.), иҡтисадсы. Иҡт. фәндәре д‑ры (2007), проф. (2009). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (ВЛКСМ ком‑ты секретары). 1975 й. алып ВЛКСМ район ком‑тының 1‑се секретары, 1977 й. — “Ҡыҙыл Башҡортостан” с‑зының партия ком‑ты секретары, 1979 й. — “Йәнгел” с‑зы дир. (бөтәһе лә — Әбйәлил р‑ны). 1987 й. башлап БАССР‑ҙың Дәүләт агросәнәғәт ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 1988—90 йй. “Башводмелиорация” проект-төҙөлөш-эксплуатация берекмәһе нач. һәм 1995—2003 йй. ген. директоры, 1990 й. алып БАССР МС‑ы рәйесенең 1‑се урынбаҫары (бөтәһе лә — Өфө). 1992 —95 йй. Әбйәлил р‑ны хакимиәте башлығы. 2003 й. алып БДАУ‑ҙа: ситтән тороп уҡыу бүлеге ф‑ты деканы, 2009 й. башлап менеджмент һәм маркетинг каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре аграр етештереүгә идара итеү проблемаларына арналған. 90‑ндан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 3‑сө саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Организационно-экономические аспекты повышения эффективности мелиоративно-водохозяйственной отрасли АПК. Уфа, 2007.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: