Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЛОНСКИЙ Павел Петрович

Просмотров: 1021

ГАЛОНСКИЙ Павел Петрович (21.12.1908, Баҡы – 9.5.1986, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1955). СССР‑ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе. Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1935), 1938 й. алып шунда уҡ уҡыта. 1942 й. башлап “Сахалиннефть” ПБ‑нда (Хабаровск ҡ.), “Дальнефть” берекмәһендә (Оха ҡ.) эшләй. 1947 й. алып “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығының баш инженеры, идарасыһы. 1955 й. башлап СССР‑ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, 1957 й. — Төркмән ССР‑ы Дәүләт планы һәм ХХС‑ы рәйесе. 1961 й. алып СССР МС‑ының Уҡытыу-тикшеренеү эштәрен координациялау б‑са дәүләт ком‑тында, 1962 й. — СССР ХХС‑нда, 1965 й. – СССР Дәүләт планында, 1976—79 йй. Бөтә Союз газ сәнәғәтендә иҡтисад, производствоны ойоштороу һәм техник-иҡт. мәғлүмәт ҒТИ (Мәскәү) директоры. БР‑ҙың Серафимовка һәм Туймазы нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе ойоштороусыларҙың береһе. Г. етәкс. Туймазы нефть ятҡылығында контурҙың тышына һыу ебәреү ысулы үҙләштерелә. Сталин пр. лауреаты (1950). Ленин, 3 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: П.П.Галонский

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: