ҒАРИПОВ Зәбир Әмир улы
ҒАРИПОВ Зәбир Әмир улы (2.1. 1958, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ҡарман а.), инженер‑иҡтисадсы. БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2007). Удмурт ун‑тын тамамлаған (Ижевск, 1987). 1980 й. алып (өҙөклөк м‑н) Нефтекама автозаводында эшләй: токарь, мастер, өлкән мастер, кормировщик, 1988 й. башлап һәм 1999 й. — цех нач., 1993—96 йй. вахта авто‑ мобилдәре һәм цистерналар, 2000 й. алып автобустар производствоһы, 2011 й. — һатып алыуҙар һәм логистика корпусы дир., 2013 й. — Туймазы автобетоновоздар з‑ды ген. директоры. 1996—99 йй. Нефтекама ҡ. б‑са Дәүләт милке м‑н идара итеү ком‑ты рәйесе. Ғ. етәкс. Нефтекама автозаводында төрлө моделдәге автобус, троллейбус (Башҡортостан троллейбус заводы м‑н берлектә) етештереү технологиялары үҙләштерелә. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2001).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина