Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАРИПОВ Фәүзи Ғарип улы

Просмотров: 1121

ҒАРИПОВ Фәүзи Ғарип улы (5.9. 1930, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Мәүлит а. — 22.5.2008, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Иҡтисад ф. канд. (2000). РСФСР‑ҙың атҡ. сауҙа хеҙм‑ре (1989), совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1977). Бөрө уҡытыусылар ин‑тын (1950), БДУ‑ны (1960), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1971) тамамлаған. 1950 й. алып Илеш һәм Мишкә р‑ндары мәктәптәрендә эшләй (1954—58 йй. мәктәп дир.), 1959—70 йй. Мишкә р‑нында партия һәм совет эшендә (1965 й. башлап башҡарма комитет рәйесе); 1970— 2001 йй. Башҡ‑н ҡулланыусылар йәмғиәттәренең респ. союзында: рәйес урынбаҫары, 1980 й. башлап идара рәйесе. Респ. ҡулланыусылар кооперацияһы, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы үҫешенә ҙур өлөш индерә. РФ ЮС‑ының 12‑се, БАССР‑ҙың 11‑се, БР‑ҙың 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышының 1‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Почёт Билдәһе” (1966, 1971), Дуҫлыҡ (1995) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: След на земле. Уфа, 1998.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: