Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАТАУЛЛИН Ринат Фазлетдин улы

Просмотров: 1068

ҒАТАУЛЛИН Ринат Фазлетдин улы (14.6.1953, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Түбәнге Зәйет а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Туймазы р‑нының Константиновка тулы булмаған урта мәктәбендә директор. 1977— 79 йй. һәм 1982 й. СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй. 1989 й. БАХИ-ла лаб. мөдире; 1990 й. БАССР‑ҙың Дәүләт планы бүлеге нач., рәйес урынбаҫары, 1991 й. башлап БР‑ҙың иҡт. министры урынбаҫары, 1995 й. — БР Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу палатаһының Бюджет, һалымдар, банкылар һәм финанстар, милек мәсьәләләре ком‑ты рәйесе; 1999 й. — БР-ҙың хеҙмәт һәм халыҡты соц. яҡлау министры урынбаҫары. 2004 й. алып Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад. (2006 й. — иҡт. каф. мөдире), 2011 й. башлап РФА‑ның Өфө ФҮ Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге хеҙмәтләндереү өлкәһенең, аграр етештереүҙең һөҙөмтәлелеге проблемаларына, урындағы үҙидараның иҡт. нигеҙҙәрен, халыҡты соц. яҡлау системаһын формалаштырыуға арналған. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 12‑се һәм БР Дәүләт Йыйылышының 1‑се саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Экономика муниципального сектора. Уфа, 2006 (авторҙ.); Социально‑экономические проблемы сокращения бедности. Уфа, 2009 (авторҙ.); Институциональные основы модернизации агропромышленного комплекса региона (на примере Республики Башкортостан). Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: