Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУЛАТ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 660

БУЛАТ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 41 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 16 км алыҫлыҡта Кесе Нөгөш й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 460 кеше; 1920 — 525; 1939 — 434; 1959 — 343; 1989 — 253; 2002 — 233; 2010 — 266 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала, 1795 й. (12 йортта 111 кеше йәшәгән) алып билдәле. 19 б. 70‑се йй. бында Бәләбәй өйәҙе Буҡай а. (хәҙ. был ауыл юҡ) кешеләре күсеп килгәндән һуң ш. уҡ Буҡай-Булат исеме м‑н аталған. 1865 й. 35 йортта 182 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: