Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСИЛЬЕВ Владимир Иванович

Просмотров: 1065

ВАСИЛЬЕВ Владимир Иванович (26.9.1946, Өфө ҡ.), электрон техника инженеры. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). РФ‑тың (2003) һәм БР-ҙың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (1995—2017 йй. иҫәпләү техникаһы һәм мәғлүмәтте һаҡлау кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге системалы анализға, ҡатмарлы динамик һәм ойоштороу-техник объекттар менән идара итеү проблемаларына арналған. В. тарафынан интеллектуаль идара итеү системаларын проектлау методологияһы эшләнә; авиация двигателдәренә, нефть һәм газ скважиналары быраулау ҡоролмаһына, мобиль робот-техник системаларға идара итеү системалары, корпоратив мәғлүмәт системалары уйлап табыла, улар РФ‑тың авиация, нефть, машиналар эшләү сәнәғәте тармаҡтары предприятиеларында индерелгән. БР ФА-ның Р.Р.Мәүлитов исемендәге премияһы лауреаты (2005).

Х е ҙ м.: Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙ.); Информационно-управляющие системы в нефтедобывающей промышленности. М., 2008 (авторҙ.); Интеллектуальные системы управления: теория и практика. М., 2010 (авторҙ.). 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Б.Ғ.Ильясов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2021
Связанные темы рубрикатора: