Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВИАЦИЯ ДВИГАТЕЛДӘРЕ

Просмотров: 1926

АВИАЦИЯ ДВИГАТЕЛДӘРЕ, осоу аппараттарын хәрәкәткә килтереүсе һәм уларҙың системаларын хеҙмәтләндереүсе йылылыҡ двигателдәре. А.д. поршенле һәм газ турбиналы двигателдәргә бүленә. Башҡортостанда А.д. 20 б. 40‑сы йй. башынан етештерелә (ҡара: Авиатөҙөлөш). 1941—45 йй. 26‑сы з‑дта (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) Пе‑2 бомбардировщиктары һәм Як‑3, Як‑7, Як‑9 истребителдәре өсөн һыу м‑н һыуытыла торған, поршенле, V рәүешле ВК‑105 һәм ВК‑107 А.д. сығарыла. 1945—46 йй. РД‑10 һәм РД‑20 һауа‑реактив двигателдәре етештерелә. 1948 й. з‑дта МиГ‑15, Ил‑28 самолёттары өсөн үҙәктән ҡыуыусы компрессорлы РД‑45 һәм ВК‑1 двигателдәре, 1955 й. алып пилотлы һәм пилотһыҙ осоусы аппараттар өсөн РД‑9Б двигателенең күсәр компрессорлы бер нисә модификацияһын күпләп сығарыу үҙләштерелә. 60‑сы йй. аҙағынан МиГ һәм Су самолёттары өсөн ике валлы Р11‑300, Р13‑300, Р25‑300, Р95Ш, Р195, Р29Б‑300 һ.б., унан һуңғы йылдарҙа ҡатмарлы ике контурлы схемалы, ш. иҫ. Су‑27, Су‑30 истребителдәре өсөн АЛ‑31Ф двигателдәрен сығарыу башлана. “Гидравлика” ФДУП‑ында А.Н.Туполев һәм С.В.Ильюшин КБ‑нда уйлап табылған пассажир һәм хәрби‑транспорт самолёттары өсөн ТА‑6, ТА‑8, ТА‑12 ярҙамсы энергия ҡулайламалары сығарыла. Ил‑114 һ.б. осоу аппараттарында ошо пр‑тие сығарған ВД‑100 ҡулайламаһы (конструкторы Н.А.Прохоров) файҙаланыла. 50‑се йй. уртаһынан А.д. эшләү б‑са ғилми тикшеренеүҙәр В.Н.Сорокин, С.А.Гаврилов, А.А.Рыжов, А.Ф.Ивах етәкс. “Мотор” ҒПП‑нда алып барыла. Пр‑тиела электр һәм йылылыҡ энергияһы эшләп сығарыу өсөн Р95Ш двигателе базаһында ГТЭ‑10/95 конверсия энергетика ҡулайламалары эшләнә. ӨМЭПБ сығарған АЛ‑31СТ һәм АЛ‑31СТЭ тибындағы двигателдәр газ ҡыуыу агрегаттары һәм йылылыҡ электр станциялары составында файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Газ турбиналы ҡулайламалар.

Әҙәб.: Рева Н.Г. Авиационные поршневые моторы и реактивные двигатели Уфимского моторостроительного производственного объединения и их применение на самолётах. Уфа, 1996.

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023