Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВ Рифҡәт Нурый улы

Просмотров: 1151

ВӘЛИЕВ Рәфҡәт Нурый улы (15.10.1931, ТАССР‑ҙың Ташлыҡ а. — 8.1.2018, Өфө ҡ.), конструктор. Ҡазан авиация институтын тамамлағандан һуң (1962) 1993 й. тиклем ӨПЭПБ‑ла эшләй: 1964—72 йй., 1975—81 йй. һәм 1986—92 йй. КБ начальнигы, 1972—75 йй. цех начальнигы, 1981 й. алып баш конструктор урынбаҫары, 1984—86 йй. баш конструктор. В. етәкселегендә “Космос” сериялы юлдаштар өсөн команда‑иҫәпләү һәм иҫәпләү ҡорамалдары, “Восток”, “Восход”, “Союз” сериялы йыһан караптары, “Салют”, “Мир” орбиталь станциялары, “Прогресс” йөк ташыу карабы өсөн борт ҡоролмалары комплекттары, граждандар һәм хәрби самолёттарҙың пилотаж‑навигация комплекстары өсөн аппаратура эшләп сығарыу үҙләштерелгән. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1976).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

К.Ш.Гәрәева
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021
Связанные темы рубрикатора: